Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Апрель 2018, 12:52

Ысын ир-егеттең үҙ аҡылы, ҡабатламай кеше фекерен

Биш балаһына үрнәк, ҡатынына терәк, хеҙмәтәштәре араһында тәрән белеме, ауылдаштарына ярҙамсыллығы менән танылған, һөнәренә тоғро белгес Тимербай Аҫылбаев тураһында мәҡәләм.

Биш балаһына үрнәк, ҡатынына терәк, хеҙмәтәштәре араһында тәрән белеме, ауылдаштарына ярҙамсыллығы менән танылған, һөнәренә тоғро белгес Тимербай Аҫылбаев тураһында мәҡәләм.
Ул колхоз эшенә мөкиббән киткән әсәһе, абруйлы олатай-өләсәй тәрбиәһе ала. Урта мәктәпте Мәләүез ҡалаһында тамамлағас, юғары белем алыу ниәте менән Өфөгә юллана, әммә хыялы тормошҡа ашмай. Ҡораллы көстәр сафына саҡырылғанға тиклем заманында иң ҙур һәм көслө хужалыҡ-Мәжит Ғафури исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай.
2 йыл сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, тырыш, һиҙгер, күҙәтеүсән егеткә сик тыныслығын боҙоусыны тотҡан өсөн тыуған ауылына ялға ҡайтыу бәхете тейә.
Күңелендә әле тормошҡа ашмаған хыялы - юғары уҡыу йортона инеп, дипломлы белгес булыу теләге тынғы бирмәй егеткә. Йөръәт итеп, Башҡорт ауыл хужалығы институтының әҙерлек курсына яҙыла. Аҙнаның ике көнө дәрестәр, ҡалған көндәрҙә тәжрибә хужалығында эшләйҙәр. Белемгә ынтылыш шул тиклем юғары була, имтихандарҙы уңышлы тапшырып Тимербай Аҫылбаев ветеринария факультетының студенттар сафын тулыландыра.
Китапхана, төрлө түңәрәктәр, аралашыу кисәләре генә түгел, буласаҡ һөнәр серҙәренә ныҡлап өйрәнеү, фәнни конкурстарҙа ҡатнашыу, тәжрибә хужалыҡтарында уҙған практик дәрестәр менән үтә биш йыл.
Йәш белгескә ҙур ышаныс белдереп, “Нөгөш” колхозына баш ветеринар врач итеп тәғәйенләйҙәр. Кисәге студент юғалып ҡалмай, эше менән яҡындан танышыу маҡсатында бер мең баштан ашыу малдың һәр береһенә документация әҙерләй, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы прививкалар эшләүҙе яйға һала. Һүҙгә һаран, эшкә йомарт Тимербай Мырҙағәли улы бына шулай хужалыҡ йөгөн төптән тарта. 12 йыл эшләгәс, Өфөгә фәнни тикшереү институтына эшкә саҡыралар. Фәнни эш менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған ирҙе тыуған яғының тартыу көсө ебәрмәй, кире ҡайта. Ун йыл Мәләүез элеваторында ярҙамсы хужалыҡ мөдире булып хеҙмәт юлын дауам итә. 2008 йылдан Мәләүез район-ҡала ветеринария станцияһына ҡараған Смаҡ ветеринария дауалау участкаһында эшләй.
Арыҫлан ауыл хакимиәтенең тораҡ пункттары, тағы 6 фермер хужалығындағы мал өсөн яуаплылыҡ 3 кеше - Тимербай Аҫылбаев, ветврач Фәнир Хужәхмәтов, ветеринария фельдшеры Роза Шаһмановалар иңендә. Төбәккә әле бер, әле икенсе йоғошло ауырыу янағанда ошо өсәүҙең ойошҡанлы, оператив эшмәкәрлеге башҡалар өсөн һиҙелмәй ҙә һымаҡ. Йылына 2 тапҡыр 2313 баш малдан ҡан алыу, тәүлектең ҡайһы мәленә ҡарамай, саҡырыуҙарға сығыу, әлеге шул отчет, документтар менән эшләү ваҡытты күп ала. Бөгөн мал иҫәбен тәртиптә тотоу маҡсатында биркалар тағыу буйынса эш алып барыла, “Меркурий” системаһына заявкалар тапшырыуға аңлатыу эштәре ойошторола.
Тимербай Мырҙағәли улы малды дауалау, профилактика эштәре, йоғошло һәм тиҙ таралған ауырыуҙар буйынса белем камиллаштырыу курстарында ғына түгел, үҙ аллы ла тәжрибә туплай. “Кеше фекеренә ҡолаҡ һал, үҙеңсә эшлә”,- ти Тимербай ағай. Бөгөн районда эпизоотик хәлдең тотороҡлоғо тап ошондай белгестәр иңендә.
Читайте нас: