ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
7 Май 2018, 12:38

Аҡ нурҙарҙан туҡылған ихтирам

Бәхәсләшмәйем, кешене хеҙмәт биҙәй тигән кинәйәле һүҙҙәр ҙур мәғәнәгә эйә. Тормоштан ҡәнәғәт булыуың, моғайын, ана шул яратҡан һөнәрең булыуына бәйлелер.

Бәхәсләшмәйем, кешене хеҙмәт биҙәй тигән кинәйәле һүҙҙәр ҙур мәғәнәгә эйә. Тормоштан ҡәнәғәт булыуың, моғайын, ана шул яратҡан һөнәрең булыуына бәйлелер.
Оҙаҡ йылдар балалар поликлиникаһы медсестраһы булып эшләгән Рәүилә Ҡотлобаеваны ҡалала күптәр беләлер. Үҙенә генә түгел, бәләкәстәрҙең атай-әсәйҙәренә лә талапсан, әммә ихлас, яғымлы, эшһөйәр ханым.
- Сабыйҙарҙың һаулығына иғтибарҙы тыуғас та башларға кәрәк, әммә йыш ҡына ябай тымау, йүткереү, температура төҙәлмәҫлек эҙемтәгә килтерә, - ти тәжрибәле белгес.
Мәктәптә теүәл фәндәргә өҫтөнлөк биргән ҡыҙ 3-сө гимназияны уңышлы тамамлап, документтарын Салауат медицина училищеһына тапшыра, уны уңышлы тамамлай. Хеҙмәт юлын 1992 йылда балалар поликлиникаһының йоғошло ауырыуҙар кабинеты медсестраһы булып башлай. Яҡтыкүл ауылына килен булып төшә, ошонда йорт һалалар. Ҡалаға йөрөп эшләй, саҡрымдар алыҫлығы ла айыра алмай уны яратҡан һөнәренән. Бер ни тиклем эшләгәс, ғаилә сәбәптәре һәм һаулығына бәйле балалары менән ҡалаға күсергә мәжбүр була.
Тырыш, намыҫлы белгестең хеҙмәте төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән юғары баһалана, 2007 йылда уны үҙәк район дауаханаһының ололар поликлиникаһына күсерәләр.
Кеше үҙ бәхетен үҙе туҡый, тиҙәр - көслө рухлы ҡатын белемен юғары уҡыу йортонда дауами итмәһә лә, махсус әҙәбиәт аша белемен камиллаштырыуға ирешә. Бөгөн уның пар ҡанаты - улы Илдар менән ҡыҙы Резеда - төп терәге, ышанысы. Илдары һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, ВНЗМ йәмғиәтендә эшләһә, ҡыҙы Резеда ҙур һынау алдында - быйыл мәктәпте тамамлап, һөнәр һайлаясаҡ. Ҡыҙ - йорт биҙәге тиҙәр, төпсөгө декупаж (биҙәү алымы) серҙәрен үҙ аллы өйрәнеп, матур ғына уңыштарға ирешкән.
Рәүилә ханым бәхетен яратҡан һөнәре аша тапҡан. Халыҡ рәхмәтенән туҡылған ихтирам уны ғүмер буйы оҙата барһын, изге башланғыстарына фатиха булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: