Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
7 Май 2018, 11:45

Яралар уңала, кисерештәр онотолмай...

94 йәшлек һуғыш ветераны Ғайдин Ҡасим Ғәзулла улы менән әңгәмә барышында шуны аңланым - күңелдә хәтирәләр дауылы урғығанда уларҙы кемгәлер һүҙ менән аңлатып биреү мөмкин түгел икән.

Йылдар, йылдар... Ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған Бөйөк Еңеүгә 73 йыл тула. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1941-1945 йылдарҙағы һуғышы хәтирәләре онотолмай. Алмағастар сәскә атҡанда бигерәк тә.
94 йәшлек һуғыш ветераны Ғайдин Ҡасим Ғәзулла улы менән әңгәмә барышында шуны аңланым - күңелдә хәтирәләр дауылы урғығанда уларҙы кемгәлер һүҙ менән аңлатып биреү мөмкин түгел икән. Ветерандарҙың кемеһелер үҙҙәрен маҡтағанды, ә берәүҙәре шул хәтирәләр йомғағына ҡағылғанды өнәп етмәй. Яралар уңала, ә кисерештәр һаман да онотолмай.
19 йәшлек Ҡасим Ғайдин фронтҡа комсомол ағзаһы булараҡ, үҙ теләге менән һуғыштың һынылыш мәлендә алына. Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән һалдат, ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек үтеп, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Эшелондарға тейәлеп фронҡа юлланғанын бөгөн дә хәтерләй ул.
1943 йылда Курск дуғаһындағы бәрелештә ҡатнаша. Гитлер армияһы фронттың был йүнәлешендәге еңеүенә тулыһынса ышана. 50 тәүлек дауамында беҙҙең һалдаттар дошмандың 30 дивизияһын тар-мар итә һәм еңеү яулай. Тап ошонда яҡташыбыҙ ҡаты яралана. Үлем менән йәшәү алышында йәш организм еңә. Госпиталдә оҙайлы дауаланғандан һуң, тыуған яғына оҙаталар. Бомба ярсығы аяҡ-ҡулын ғына түгел, күреү һәм ишетеү һәләтен юғалыуға килтерә. Оҙайлы дауаланыу курстары, операциялар ярҙамында яңынан атларға, яйлап күрергә, ишетергә өйрәнә.
Типһә тимер өҙөр йәшендә шундай хәлдә ауылына ҡайта йәш һалдат. Врачтарҙың юрауы ысынға аша. Ҡасим Ғәзулла улы бөтә көсөн яңынан йәшәүгә арнай. Уның иң яратҡан гөлләмәһе - алмағас сәскәһе. Ябай, матур, йәшәүгә өмөт уятыусы сәскәләр араһынан тап уны һайлауы,бәлки, Еңеүҙең тап ошо мәлдә яуланыуы менән бәйлелер.
Фронтовик Гәүһәр Әхмәтсадиҡ ҡыҙы менән бәхетле тормош ҡора. Ышаныслы ғаилә башлығы һаулыҡ торошона ҡарамай хаҡлы ялға сыҡҡансы “Эталон” заводында сыҡҡан үлсәүгестәрҙе ремонтлау менән шөғөлләнә. Ғаиләлә Роза, Венера, Гүзәл исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөн Гәүһәр инәй улар араһында юҡ, шунлыҡтан фронтовикты тәрбиәләү ҡыҙҙары иңендә.
Һаулығы йылдан-йыл насарайыу сәбәпле, Ҡасим бабай тантанаға ике йыл рәттән бара алмаған. Шулай ҙа кискеһен байрам күген биҙәгән салютты ҡарамай ҡалғаны юҡ.
Хеҙмәт ветераны байрам айҡанлы район-ҡала халҡын ҡотлап, изге теләктәрен гәзит аша еткереүебеҙҙе һораны.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: Ҡасим Ғайдин
Читайте нас: