ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Май 2018, 11:40

Күңеле - нескә, ә рухы ҡоростан да ныҡлы

Дары еҫе килеп етмәһә лә, пулялар баш осонда осоп йөрөмәһә лә, һуғыштың аяуһыҙлығын, ҡанһыҙлығын меңәрләгән саҡрым аша үҙ йөрәге менән тойған Мәғәфүрә Байназарова.

Дары еҫе килеп етмәһә лә, пулялар баш осонда осоп йөрөмәһә лә, һуғыштың аяуһыҙлығын, ҡанһыҙлығын меңәрләгән саҡрым аша үҙ йөрәге менән тойған Мәғәфүрә Байназарова.
Фашистик Германия илебеҙҙе баҫып алғанда уға 13 йәш булған. Эшкә һәләтле ир-егет фронтҡа китеп бөткәс, дөйөм хужалыҡты алып барыу бурысы һуғышҡа яраҡһыҙ ҡарт-ҡоро һәм Мәғәфүрә Фазләхмәт ҡыҙы кеүек йәштәге ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр иңенә ята. Ниндәй генә эшкә егелергә тура килмәй уларға.
Сабый сағынан әсәй һөйөүенән мәхрүм ҡалған Мәғәфүрә инәйҙең дә сабырлығы ҡоростан ныҡлы, үлемдән көслө була: иртәне - кискә, төндө таңға ялғап эшләһә лә, уфтанмай. Күңеле менән совет һалдаттарының дошманды еңеп ҡайтыуына ышана, шуға ла яҡташтарын, ауылдаштарын лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн бөтә көсөн һала. Ер ҙә һөрә, утауҙа ла билен бөгә, сәсә-ура, хатта һал ағыҙыу эшендә лә ҡатнаша.
- Беҙҙең быуынға ныҡлы рухты, ихтыяр көсөн Еңеүгә булған ышаныс биргәндер, тип уйлайым. “Ҡара ҡағыҙ”ҙарҙан халыҡ бөгөлөп төшһә лә, икенсе йортҡа килгән өс мөйөшлө хат билебеҙҙе турайтты, янып көлгә әйләнгән өмөтөбөҙгә ҡуҙ өҫтәне, көс бирҙе. Беҙ тағы ла сәмләнеп, намыҫланып эшләнек, - ти оло быуын вәкиле. - Беҙҙең инаныуҙарыбыҙ бушҡа булманы: Ҡыҙыл Армия фашист илбаҫарҙарын ҡыуып барып, үҙ өңөндә дөмөктөрҙө!
Бөйөк Еңеү көнөн бөгөнгөләй хәтерләй оҙаҡламай 90 йәшен билдәләйәсәк Мәғәфүрә Байназарова.
- “Совет һалдаттары еңеүе менән һуғыш бөттө!” тигән һүҙҙәр яҙылған конверт таратып сыҡтылар, - ти ул. - Был көндә бөтә ил менән бергә тыуған ауылым Томансы, Апас, Аптраҡ кеүек Ағиҙел буйы ауылдары ла тантана итте.
Һуғыш тамамланыу менән генә еңел тормош башланмай шул. Ил халҡына ауыл хужалығын күтәреү, етештереү ҡеүәтен арттырыу кеүек мөһим бурыстар йөкмәтелә. Бында ла һынатмай Мәғәфүрә Фазләхмәт ҡыҙы. Хәсән ауылына тормошҡа сыҡҡас, уны фермаға эшкә саҡыралар. Тыныс хеҙмәт шатлығын кисереп, көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй, партия ҡушҡан йөкләмәне намыҫ менән үтәй. Хаҡлы ялға киткәнсе, һауынсы булып эшләй ул. Фиҙаҡәрлеге, тырышлығы Хөкүмәт тарафынан лайыҡлы баһаланған - уның күкрәгендәге бихисап миҙалдар араһында “Маҡтау билдәһе” ордены ла бар.
Дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларға күркәм тәрбиә биреүгә өлгәшә. Әлеге ваҡытта балаларының, ейәндәренең, бүләләренең уңыштарына, тыныс атҡан таңдарға ҡыуанып, ауылдаштарын зирәк аҡылы, үткән быуат тураһында хәтирәләре менән һоҡландырып йәшәй. Оло йәштә булһа ла, тик ултырырға яратмай ул. Энә алып, бәйләм тотмаһа ла, йөнөн иләп, сиратып, йыуып, балаларына ярҙам итергә тырыша. Уйҙарын шиғыр юлына һалып, яҡындарын һөйөндөрә, үҙен йыуата. Түҙемлеге, ихтыяр көсө саҡматаштай булһа ла, күңеле һәр ҡатын-ҡыҙҙыҡы кеүек нескә шул.
Һүрәттә: Тыл хеҙмәтсәне, “Маҡтау билдәһе” орденын йөрөтөүсе Мәғәфүрә Байназарова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: