ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
21 Май 2018, 14:02

Хәрәкәттә - бәрәкәт, йәки спортҡа маһирлыҡ

Хәҙерге компьютер, телефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда балаларҙы физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, уларҙың шөғөлөнә әйләндереү батырлыҡҡа тиңдер ул.

Хәҙерге компьютер, телефон, планшет, айфон һәм башҡа электрон мөмкинлектәр үҫешкән заманда балаларҙы физик культураға, спортҡа йәлеп итеү, уларҙың шөғөлөнә әйләндереү батырлыҡҡа тиңдер ул. Динис Бүләков исемендәге урта мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Әхтәм Юлмөхәмәтов балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, хәрәкәттә - бәрәкәт икәнлеген төшөндөрөү өсөн бар көсөн һала, яңы алымдар уйлап таба. Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен биреп эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтә бар. Мәктәптә балалар һаны кәмеһә лә, спорт яратҡандар күп. Уның уҡыусылары төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша: минифутбол, көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионы исемен йөрөткәндәр ҙә бар.
Әхтәм Йомагилде улы 1954 йылда Мәләүез районы Ҡотош ауылында тыуған. Ғаиләһе менән Смаҡ ауылына күсеп килгәндә уға өс йәш була. Ошо ауылда Арыҫлан урта мәктәбендә белем алған. Ун класс тамамлағас, колхозда эшләй, Күмертау ҡалаһында хәрби водителгә уҡып сыға. 1972-1974 йылдарҙа Германияла хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Күмертау педучилищеһында физкультура бүлеген тамамлай, һуңынан Аҡмулла исемендәге дәүләт институтында ситтән тороп белем ала. 1977 йылдан башлап Смаҡ ауылы урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.
Тормош иптәше Земфира менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары – Эльвира, Аҡмулла исемендәге институтты тамамлап, әлеге көндә Өфөлә балалар баҡсаһында эшләй, бер малай, бер ҡыҙ үҫтерәләр. Икенсе улы – Илмир, Силәбе физкультура академияһын бөтөрөп, хәҙерге көндә Ергән спорт мәктәбендә тренер, ике ейән бүләк иткәндәр. Өсөнсө улдары – Айҙар, Мәләүез МДИТУ филиалында уҡып сыға һәм Д.Бүләков исемендәге урта мәктәптә инглиз теле һәм информатика дәрестәрен алып бара, әлегә йәш ғаиләлә - бер ҡыҙ.
Әхтәм Юлмөхәмәтовтың хеҙмәте РФ Мәғариф алдынғыһы, “Башҡортостан Республикаһы иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы” исеменә, БР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Тыуған ерендә йәш быуынды тәрбиләүгә ҙур иғтибар биргән ысын педагог киләсәктә ил, ер хужалалары сәләмәт булғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин тип, тәрән фекер йөрөтә ул. “Элекке осор менән сағыштырғанда, уҡыусылар араһында айырма - ер менән күк араһы. Элек балаларҙы тыштан индереп булмай ине, ә хәҙер тышҡа сыҡҡандары юҡ. Тәнәфес ваҡытында спорт залында хәрәкәтләндерергә һәм спорт менән шөғөлләнеүҙең тормошта әһәмиәтен аңлатырға тырышам”, - ти ул.
Мораҙым Шаһманов, Д.Бүләков исемендәге урта мәктәп директоры.
Һүрәттә: Әхтәм Юлмөхәмәтовтың маҡсаты - сәләмәт йәш быуын тәрбиәләү.
Фото архивтан.
Читайте нас: