Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
28 Май 2018, 12:01

Яңы бейеклектәр яулау маҡсаты менән янам

Беҙҙә ҡунаҡта - “Аҡбуҙат” журналы мөхәррире Тамара Искәндәриә. Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы күрше Ишембай районында тыуып-үҫкән.

Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Ишембай ҡалаһында башлай. Һуңғараҡ Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм мәктәп йылдарында уҡ яҙышҡан “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эшләй. “Йәшлек”, “Башҡортостан”, “Ватандаш” баҫмаһында ла ижади көсөн һанай. Төрлө темаларҙы оҫта яҡтыртҡан шағирә 2010 йылдан “Аҡбуҙат” журналында баш редактор. Балалар был баҫма менән яҡындан таныштыр, тип уйлайым. Республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре өсөн төҫлө, сағыу биҙәлешле, телмәр үҫтереү йәһәтенән тиҙ отоп алырҙай шиғырҙары, бармаҡ моторикаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар тәҡдим ителеүе менән баҫма киң танылыу тапты. Тамара апай, бөгөн ниндәй маҡсат менән йәшәйһегеҙ?
- Төп маҡсатым - телде һаҡлау, уны нескәлектәрен йәш быуынға тапшырыу. “Аҡбуҙат” бәләкәстәребеҙҙең теле, үҫешенә ситтәр тарафынан баҫым яһалып өлгөрмәгәндә уны әсәләрсә ҡурсалау, яҡлауҙы күҙ уңында тота. Кескәйҙәр сағыу төҫтәр ярата - тап беҙҙә ошо йәһәттән төрлө сюжетлы һүрәттәр, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө халыҡ әкиәттәре, ҡул эштәре (беркетмәләр), киҫеп алып сувенирҙар эшләү өсөн картиналар тәҡдим ителә. “Башҡорт телен өйрәнәм” рубрикаһы ла ҡала балалары өсөн бик урынлылыр, тигән фекерҙәмен.
- Һеҙҙә осраҡлы кешеләр эшләмәйҙер?
- Ижади коллектив бала күңелле хеҙмәткәрҙәрҙән тупланған. Миңлегөл Тайсина, Майя Ҡәйүмова, Зөбәйҙә Исламова, Фәйрүзә Фәтҡулина оҙаҡ йылдар эшләй. Балалар психологияһын, уларҙың хис-тойғоларын, шиғыр йәки текстың, һүрәттең улар күңелендә ниндәй кисереш ҡалдырырын алдан һиҙеү, тойомлау көсөнә эйә улар. Ҡасандыр “Аҡбуҙат” журналында тәрбиәләнгән уҡыусыларыбыҙ - бөгөн үҙҙәре атай-әсәй, шуныһы ҡыуандыра - уларҙың балалары ла ошо баҫманы рәхәтләнеп уҡый. “Журнал - ғаилә - бала” бәйләнеше үҫеш ала, ә был сабыйҙың шәхес булып формалашыуына, уның башҡорт балаһы булараҡ үҙ баһаһын булдырыу һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә.
- Беҙҙең яҡта сәфәрегеҙ уңдымы?
- Иң беренсе, беҙҙең менән даими бәйләнеш тотҡан Мәләүез район-ҡалаһында йәшәгән уҡыусыларыбыҙға рәхмәт әйтеп, киләсәктә журналдың йөкмәткеһен тағы ла байыраҡ, уҡымлыраҡ итеү өсөн оҫталығыбыҙҙы, тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, тип ышандырыр инем. Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ - баланы төҫлө китапҡа торошло журналдан мәхрүм итеү урынлы булмаҫ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйге айҙарҙа беҙҙең дә тираж кәмеп китә, ә иң мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы материалдар тап ошо айҙарҙа донъя күрә. Бала тәрбиәләнгән йортҡа мотлаҡ “Аҡбуҙат” килергә тейеш, сөнки ул үҙебеҙсә уйларға, фекерләргә, һөйләшергә һәм аралашырға өйрәтә. Баланы ошо бәхеттән мәхрүм итмәйек!
- Шулай булһын, Тамара апай! Йыраҡ юлды яҡын итеп беҙҙең тарафҡа килгәнһегеҙ, ниәтегеҙ тормошҡа ашһын!
Һүрәттә: Тамара Искәндәриә.
Фото интернеттан.
Читайте нас: