ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Июнь 2018, 13:02

Эшенән, тормошонан йәм табып

Йылдың иң матур миҙгелендә, июнь башында, илебеҙҙең, шул иҫәптән район-ҡаланың социаль хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй.

Йылдың иң матур миҙгелендә, июнь башында, илебеҙҙең, шул иҫәптән район-ҡаланың социаль хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй.
“Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләгән Рәмилә Абдуллина өсөн дә был дата бик иҫтәлекле. Бына тиҫтә йылға яҡын ул ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итә.
Эшенән дә, тормошонан да йәм табып йәшәй социаль хеҙмәткәр. Мохтаждарға кәрәкле булыуынан, уларға файҙа килтерә алыуынан, рәхмәт һүҙҙәре ишетеүенән ҡәнәғәтлек тойғоһо ала. Ошо хис уға көс өҫтәй, көндәлек тормошон йәмләй, яңы эшкә дәртләндерә, илһамландыра. Изгелектең ерҙә эҙһеҙ үтмәгәнен яҡшы белә ул. Күрһәткән игелегенең үҙенә, балаларына әйләнеп ҡайтыуына ышана, шуға үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫы ҡушҡанса үтәй.
Рәмилә Зиннәтулла ҡыҙы яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 15 гражданды хеҙмәтләндерә.
- Араларында төрлө яҙмышлы, йәштәге, холоҡло кешеләр, өйҙә генә йөрөгәндәр, һуҡырҙар, япа-яңғыҙҙар һәм шулай уҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре булғандар ҙа бар. Әммә ниндәй генә статуста, дәрәжәгә эйә булмаһын, бөтәһе лә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйткән кешегә мохтаж. Һәр береһенә айырым мөғәмәлә, иғтибар талап ителә, - ти әңгәмәсем.
Рәмилә Абдуллина үҙенә беркетелгән граждандарға аҙнаһына ике тапҡыр йөрөй. Уларға дарыу, аҙыҡ-түлек илтә, коммуналь түләүҙәрен түләй, иҙәндәрен йыуа. Килешеүҙә күрһәтелгән мотлаҡ эштәрҙән тыш, яңғыҙ йәшәгәндәр, тәү сиратта, аралашыуға, һөйләшеүгә мохтаж. Ололарҙың был ихтыяжын да тулыһынса ҡәнәғәтләндерергә тырыша социаль хеҙмәткәр.
- Ҡайһы берҙә сәғәттәр буйы тыңлап ултырам. Уларҙың күбеһе - бала хөкөмөнә ингән өлкән йәштәге кешеләр, йыуатырға ла тура килә. Бөтәһенең дә тиерлек тормош сәхифәһе ғибрәтле, һабаҡ алырлыҡ, хатта ҡыҙғаныс тиергә лә була, - ти Рәмилә Зиннәтулла ҡыҙы.
Эйе, социаль хеҙмәткәр өсөн тыңлай белеү, йылы һүҙле һәм ихлас булыу - төп шарт, яҙылмаған ҡанун. Яңғыҙ йәшәгәндәр, айырыуса өйҙә генә ултырғандар өсөн һөйләшеп ултырыу, аралашыу танһыҡ. Асыҡ йөҙлө, изге күңелле Рәмилә Абдуллинаны ололар ярата, уның килгәнен көтөп ала. Ун йылға яҡын эшләгән осорҙа унан баш тартҡан бер осраҡ та булманы. Күптәренең балалары бар, тик көн һайын атай-әсәйҙәренең эргәһендә булырға, ярҙам итергә мөмкинлектәре юҡ. Шуға ла Рәмилә апайға тәүгеләрҙән булып тәрбиәһендә булғандарҙың проблемаһын үҙ өҫтөнә алырға һәм ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә, еңеләйтергә тура килә. Кешелеклеге, ярҙамсыллығы менән Рәмилә Зиннәтулла ҡыҙы хеҙмәттәштәренең һәм етәкселектең дә хөрмәтен хаҡлы рәүештә яулаған. Ғаиләһе, яҡындары араһында ла уңғанлыҡ, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек матур сифаттары менән һоҡландырып йәшәй.
- Социаль хеҙмәткәр булып эшләгән осорҙа ниндәй генә яҙмышлы кешеләр осрамай. Ғибрәт ала торғандары ла, һабаҡ биргәндәре лә бар. Тәҡдирҙән уҙып булмай, әлбиттә, шулай ҙа бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, уны лайыҡлы үтергә насип булһын ине, тип теләйем, - ти Рәмиллә Абдуллина.
Һүрәттә: “Гармония” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәре Рәмилә Абдуллина һөнәри байрамын күтәренке күңел менән ҡаршылай.
Автор фотоһы.
Читайте нас: