ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
14 Июнь 2018, 11:20

Ҡартлыҡта булһын бәхетең

Бәләкәй саҡта бар һуғыш балалары кеүек Нурияны ла донъя михнәте урап үтмәй: “Ас-яланғас тигәндәй һарыҡ, быҙау ҡараныҡ, ҡыуғын да ҡыуҙыҡ, ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар кисермәнек, әммә бирешмәнек, үткәреп ебәрҙек. Аллаға шөкөр кеше булып үҫтек”, - тип хәтер ебен һүтә инәй.

Нурия Үтәгәнова - һуғыш йылдары ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәргән быуын вәкиле. Ул Ҙур Моҡас ауылында беренсе бала булып тыуа. Ҙур ярҙамсы була, ҡустыһы Фәрғәт һәм һеңлеһе Ғәшүрәне ҡараша. Әсәһенә балаларҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыу еңелдән булмай, атайҙары Баймырҙа 1943 йылдың август айында һуғышта һәләк була. Ә Таибә Хәмиҙулла ҡыҙы ҡәйнәһен ташламай, ҡартлыҡ көнөндә лә тәрбиәләй.
Бәләкәй саҡта бар һуғыш балалары кеүек Нурияны ла донъя михнәте урап үтмәй: “Ас-яланғас тигәндәй һарыҡ, быҙау ҡараныҡ, ҡыуғын да ҡыуҙыҡ, ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар кисермәнек, әммә бирешмәнек, үткәреп ебәрҙек. Аллаға шөкөр кеше булып үҫтек”, - тип хәтер ебен һүтә инәй. Уның Ташлыкүл ауылына килен булып төшкәненә лә - 61 йыл. Ире Мәхмүттең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 22 йыл үтеп киткән. “Беҙ дүрт ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙек. Ҡартайған көнөмдә, шатланып ултырам, сөнки бар балаларым да аҡыллы, һәр ваҡыт донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн булып, ауырлыҡтарға бирешмәй, матур донъя көтәләр. Һәр береһе ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер. Ҡыҙҙарым Хәлиҙә, Рәғиҙә, Вәлиҙә, Фәрзәнә һәм улым Фәнүз - һәр ваҡыт эргәмдә, туғыҙ ейән-ейәнсәрем һәм ете бүлә-бүләсәрем бар. Бөгөнгә мин бик бәхетлемен һәм шатмын”.
Нурия инәйҙең оло йәшенә ҡарамаҫтан, егәрлелегенә хайран ҡалырлыҡ: йортонда бер сүп-сар юҡ, йәп-йәшел үлән, өйө зауыҡ менән йыйыштырылған, яҡты,рәхәт. Ауылда иң матур йорт, әллә ҡайҙан айырылып, күренеп тора. Һәр ваҡыт иң өлгөлө йорт булараҡ Маҡтау грамоталары менән билдәләнеп килә.
Хәҙер Нурия инәйгә 81 йәш, артабан шулай бирешмәй, иҫәнлектә генә йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: