ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Июль 2018, 15:59

Атайым менән ғорурландым, әсәйемә - һоҡландым

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованы мәләүездәр хаҡлы рәүештә үҙҙәренең күренекле яҡташтары исемлегенә индергән.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясованы мәләүездәр хаҡлы рәүештә үҙҙәренең күренекле яҡташтары исемлегенә индергән.
Мәғлүм булыуынса, халыҡ йырҙарын, романстар һәм арияларҙы оҫта башҡарыусының нәҫел тамырҙары райондың Әбет ауылына барып тоташа. Төрлө яҡлы ижади шәхес, киң диапазонлы йырсы, республика һәм халыҡ-ара конкурстары лауреаты күптән түгел беҙҙең редакцияла булып китте. Ҡабатланмаҫ моңло тауышлы, сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен әсир иткән баш ҡалабыҙ ҡунағынан, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә һорауыбыҙға яуап алып өлгөрҙөк. Уны гәзит уҡыусыларына ла тәҡдим итмәксебеҙ.
- Сәйҙә апай, һеҙҙе район-ҡала халҡы үҙенсәлекле тауышлы йырсы тип кенә түгел, ә күренекле яҡташы, шағир, яҙыусы һәм журналист, Ғәли Ильясовтың ҡыҙы, тип тә белә. Һеҙҙең юлығыҙ атайығыҙҙың бала саҡ эҙҙәрен һаҡлаған төйәккә йыш төшәме?
- Эйе, форсат сыҡҡан һайын Мәләүез яҡтарына килергә атлығып торам. Туған-тыумасаларҙың юбилейында, ғаилә байрамдарында ҡатнашам. Ғөмүмән, йәмле Нөгөш буйында, атайымдың тыуған яғында булырға яратам. Ул һулаған һауаны һулағым, ул уҙған һуҡмаҡтан үткем килә. Яҡташтарымдың һәр ваҡыт йылы ҡаршы алыуы ла бында, һис шикһеҙ, ҙур әһәмиәткә эйә.
- Сираттағы сәфәрегеҙҙә ниндәй маҡсат юллап ҡайттығыҙ?
- Быйыл атайымдың тыуыуына 85 йыл тула. Һөйөклө кешебеҙҙең иҫтәлегенә уның тыуған районында Хәтер кисәһе ойоштороу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында ҡайттым. Оло быуын Ғәли исемле билдәле көрәшсе, ҡурайсы, ғәҙелллек, дөрөҫлөк юлын һайлаған журналисты онотмағанына шигем юҡ. Ниәтем - йәшерәк быуын яҡташтарыма талантлы, алсаҡ, кешеләргә ярҙамсыл һәм эшһөйәр ғәзиз кешемде танытыу. Ғүмер буйы атайым менән ғорурландым, ә әсәйемә һоҡланып йәшәнем.
- Оҙаҡ йылдар “Совет Башҡортостаны” гәзитенең көньяҡ райондары үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән журналистың төрлө яҡлап талантлы шәхес икәнлеген иҫәпкә алһаң, сараны төрлө төрҙә үткәрергә мөмкин. Көрәш турниры, ҡурайсылар конкурсы, шиғриәт байрамы... Хәтер кисәһен ниндәй төрҙә үткәрергә уйлайһығыҙ?
- Әҙәби-музыкаль кисә формаһында ойошторорға ниәтләйбеҙ. Атайым башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә, халҡыбыҙ ижадына ғашиҡ кеше ине. Шуға күрә йыр-моңға ҙур урын биреләсәк. Шулай уҡ уның шиғырҙары ла яңғыраясаҡ. Күңелендә шағир Ғәли Ильясов тураһында яҡты хәтирәләр йөрөткән шәхестәр ҙә күп. Уларға ла һүҙ биреләсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, байрамға килеүселәр рухи аҙыҡ алып ҡайтасаҡ.
- Тиҙҙән үҙегеҙҙең дә юбилейығыҙ. Уны ниндәй уй-хыялдар менән ҡаршы алаһығыҙ?
- Тик яҡты ниәттәр менән! Сәнғәткә килеү юлым минең урау-урау. Тәүге һөнәрем - уҡытыусы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, биолог һөнәрен үҙләштерҙем. Йырға һөйөү, башҡорт халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныу педагог булып эшләгәндә лә ташлап китмәне. Һөҙөмтәлә Өфө дәүләт сәнғәт институтына инеп, “халыҡ йыры” һөнәре буйынса уҡып сыҡтым. Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләйем.
- Һеҙҙе шулай уҡ республикала халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын оҫта сағылдырған, арҙаҡлы шәхестәрҙең ижадына арналған программаларҙы оҫта күрһәткән режиссер тип тә беләләр...
- Ижади үҫешкә, камиллыҡҡа, эҙләнеүгә ынтылышым миңә Мәскәүҙә сәнғәт, мәҙәниәт һәм туризм хеҙмәткәрҙәрен әҙерләү академияһында режиссер һөнәрен алырға булышлыҡ итте. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арналған “Умырзая йыры”, “Халыҡ йыры минең күңелемдә” һәм башҡа киң күләмле проекттар авторы булырға насип булды.
Ижадыма ғашиҡ тамашасым өсөн юбилейым айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында шоу-концерт ойошторорға уйлайым. Унда эстрада һәм үҙем яҙған йырҙар яңғыраясаҡ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Һүрәттә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: