ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Июль 2018, 12:38

Хужалыҡ уңған эшсәндәр менән данлыҡлы

“Ашҡаҙар” кооперативы механизаторы Азат Хәликәев - алдынғылар сафында.

“Ашҡаҙар” кооперативы механизаторы Азат Хәликәев - алдынғылар сафында. Ул Федоровка районының Үрге Яуыш ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Әйткәндәй, Азаттың Марат исемле игеҙәге лә бар. Ата-әсәнең оло ярҙамсыһы, терәге - балалар, тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Бала бағыуҙа аталары Ғизәтулла Хәкимулла улының роле ҙур. Ул - ғүмерен ер эшенә бәйләгән кешеләрҙең береһе. Алтын ҡуллы ағай тракторсы, комбайнсы, иретеп йәбештереүсе, тимерсе, ғөмүмән, төрлө һөнәр эйәһе. Шуға күрә балалары ла һәр эштә өлгөр булып үҫә. Азаттың әсәһе Әлфиә ханым тәүфиҡлы, итәғәтле балалар тәрбиәләгәне өсөн “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ. Бөгөн улар - хаҡлы ялға сыҡҡан ҡәҙерле өләсәй менән олатай.
Азат Хәликәев мәктәпте уңышлы тамамлағас, механизатор һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын тыуған колхозда башлай. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, егет һынатмай, ең һыҙғанып эшкә тотона. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ ҡалаһында Әлиәне осратып, дуҫлашып китәләр. Тормошҡа етди ҡарашлы пар ғаилә ҡора, Нордовка ауылында төпләнә. Азат “Һуҡайлы” кооперативында (хәҙер “Ашҡаҙар” хужалығы) көс түгә, Әлиә - мәктәптә уҡытыусы. Матур ғаиләнең бәхет, шатлығын арттырып, Лиана менән Аделина исемле ҡыҙҙар буй еткерә.
Уңған эшселәре менән дан тотҡан хужалыҡта Азат алдынғылар иҫәбендә. Яуаплы, бурысын еренә еткереп башҡарған ир-егет йыл әйләнәһенә эшләй: ҡыш фермала малға аҙыҡ тарата, яҙын, йәйен сәсеүҙә ҡатнаша, көҙ уңыш йыя. Тырыш егет оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн район Хакимиәте, хужалыҡ етәкселеге тарафынан Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Быйыл да Һабантуй байрамында уның хеҙмәте юғары баһаланды.
- Яратҡан шөғөлөм булыуына шатмын. Етәксебеҙ Илдус Хәлитовҡа рәхмәтлемен. Ул бер һорауҙы ла буш ҡалдырмай, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер, - ти Азат Ғизәтулла улы.
Хәстәрле ғаилә башлығы, алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр күптәргә өлгө. Ауыл ерендә шундай шәп йәштәребеҙ барлығы ҡыуаныслы.
Һүрәттә: Азат Хәликәев.
Автор фотоһы.
Читайте нас: