Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Июль 2018, 13:40

Ауыл ҡотон һаҡлай ағинәйҙәр

Мотай ауылында йәшәгән ағинәйҙәрҙең береһе Шәмсиҡәмәр Әхмәткәрим ҡыҙы Ҡаразбаева күрше Аҡназар ауылында тыуған.

Мотай ауылында йәшәгән ағинәйҙәрҙең береһе Шәмсиҡәмәр Әхмәткәрим ҡыҙы Ҡаразбаева күрше Аҡназар ауылында тыуған. Уға оҙаҡ

әсәй наҙы татырға тура килмәй - ҡәҙерлеһе, кескәй генә ҡыҙын ҡалдырып яҡты донъя менән хушлаша. Атаһы икенсе ҡатын алып ҡайта һәм

уларҙың тағы ла Мәрйәм исемле ҡыҙҙары тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ғаилә башлығы иң беренселәрҙән булып фронтҡа китә.

Әммә кире тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға насип булмай - Воронеж өлкәһендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә яраланып, 7 февраль 1943 йылда госпиталдә үлеп ҡала. Үгәй әсә үҙенең ҡыҙын алып үҙҙәренә ҡайтып киткәс Шәмсиҡәмәр апай өләсәһе ҡарамағында ҡала. Йәшәүе

ауыр булһа ла ул бик сос булып үҫә, йәштән эште еренә еткереп эшләргә өйрәнә. Утаумы, бесән сабыумы, йыйыумы, ағас ҡырҡыумы, уны

ташыумы, юл һалыумы - барыһы ла ул осорҙағы йәш быуындың иңенә төшә.

1961 йылда һылыу ҡыҙ Шәмсиҡәмәр үҙенең мөхәббәтен Хәкимен осрата. Йәштәр бер-береһен яратышып сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Егәрле

булғас, эштә лә алдынғылыҡты бирмәйҙәр, донъялары ла гөрләп тора уларҙың. Өйҙәренә ҡот өҫтәп, ҡыҙҙары һәм улы тыуа. Балалары аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫеп, бөгөн барыһы ла үҙ аллы йәшәй. Атаһы менән әсәләренә ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итәләр. 87 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Шәмсиҡәмәр апайға әле йәштәр көнләшерлек. Ни өсөн тейһегеҙме? Баҡса ҡарай, ә унда ниндәй генә емеш-еләк юҡ! Ҡош-ҡорт та аҫрай. Бәхетле ҡартлығы ла ҡотло йортонда үтә. Йүгереп йөрөп тәмле ҡайнатмалары менән беҙҙе хуш еҫле сәй эсереүе лә ысын күңелдән һоҡландырҙы. Тормош уға төрлө һынауҙар ебәрһә лә Шәмсиҡәмәр апай һынмаған, һығылмаған, ә киреһенсә, сыныҡҡан ғына. Ауыл халҡы уны ихтирам итеп тора, кәңәштәренә ҡолаҡ һала, инеп хәлен белешә, ярҙам ҡулы һуҙа. «Көнгәк» гәзитен уҡыуы ла беҙҙе ҡыуандырҙы. Бар яңылыҡты ла белеп ултыра ул. Ошондай ағинәйҙәрҙең булыуы ауылдарға йәм, ҡотөҫтәй. Улар бар сағында ата-бабаларыбыҙ тураһында һорашып күп кенә кәрәкле мәғлүмәт тә ала алабыҙ. Шәмсиҡәмәр апай тағы ла оҙаҡ йылдар район гәзитен уҡып, беҙҙе ҡыуандырып торһон. Уға оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы, һәр ваҡыт бөгөнгөләй егәрле, етеҙ, бөтмөр булып ҡалыуын теләйбеҙ!


Автор фотоһы.
Читайте нас: