ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Июль 2018, 12:50

Лидерҙар иҫәбендә

“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” төҙөлөш индустрияһы араһында етештереү күләме буйынса лидерҙар иҫәбендә. Заводтың төп эшмәкәрлеге - сәнәғәт, транспорт һәм граждандар тармағын тимер-бетон ҡоролмалар менән тәьмин итеү.

“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” төҙөлөш индустрияһы араһында етештереү күләме буйынса лидерҙар иҫәбендә. Заводтың төп эшмәкәрлеге - сәнәғәт, транспорт һәм граждандар тармағын тимер-бетон ҡоролмалар менән тәьмин итеү.

Сифат буйынса директор урынбаҫары Любовь Павлова әйтеүе буйынса, бөгөн предприятиела уртаса 833 кеше эшләй. Әлеге көнгә 54,4 мең кубометр тимер-бетон йыйылмаһы һәм 3,4 кубометр тауар бетоны етештерелгән. Заводта формаға һалыу, арматура цехы һәм бетон иҙмәһе етештереү участкалары эшләй. Заводтағы продукция милли стандартҡа һәм техник шарттарға тулыһынса яуап бирә, тауарҙы етештереү процесы тәүге баҫҡыстан аҙағына тиклем даими күҙәтелә, тик БР һәм РФ буйынса яңы объекттар төҙөү ҡыҫҡартылыу сәбәпле, йыл башынан етештереү күләме түбәнәйгән.

Предприятиены тәжрибәле белгестәр, юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр биләй. Һөнәренең кәрәклеген һәм яуаплылығын белгән, үҙ эшенең оҫтаһы, Әлфир Иҫәнов ун һигеҙ йыл инде ҡул сваркаһы менән электр иретеп йәбештереүсе булып арматура цехында эшләй.

Эшһөйәр, түҙемле өс кешенән торған бригадала кран машинисы - Ғаяз Теләғолов, йөк эләктереүселәре - Урал Солтанов, Борис Иванов юл плиталарын, блоктарҙы вагондарға тейәү, бушатыу бурысын үтәй. Улар продукцияны сифатлы рәүештә, норма буйынса формалаштырып кәрәкле яҡҡа оҙатыу өсөн бөтә көсөн һала. Заводта етештерелгән тимер-бетон тауары күбеһенсә төньяҡ Себер, Ҡаҙағстан яҡтарына оҙатыла. Эшкә килгән йәштәрҙе өйрәтеү ҡаралған.
Һүрәттә: иретеп йәбештереүсе Әлфир Иҫәнов; йөк эләктереүсе Урал Солтанов.

Автор фотоһы.
Читайте нас: