Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
26 Июль 2018, 12:37
ИЛ ИНӘҺЕ МИҢНИРА
Ҡар-буранлы декабрь айының 31 көнө Ерек ауылында йәшәгән Сәлмән менән Мәрзиәнең икенсе балаһы булып Миңнира тигән ҡыҙҙары тыуа.
Бәпескә 6 ай булғанда һуғыш башлана. Атаһын тәүге көндә үк һуғышҡа алалар. Әсәһе иртәнән кискә тиклем эштә, әл дә ҡыҙын ҡарарға 13 йәшлек һылыуы Рауза күрше ауылдан килә. Ике-өс йәштә генә булһа ла, һыйыр ҡаршы алған мәлдәрҙе, быҙауҙарын баҫыу ҡарауылсы бабайҙан илап һорап алып ҡалғандарын яҡшы хәтерләй. Атаһының яуға китеүҙән бер генә хаты килә лә, хәбәрһеҙ юғала.Ҡаршы өйҙә йәшәгән олатаһы кереп хәл белеп йөрөй. Миңнира олатаһынан 3-4 йәшендә генә намаҙ уҡырға өйрәнеп, атаһының һуғыштан ҡайтыуын теләй. Иртәнге намаҙҙың ҡабул булыуын олатаһы әйткәндер. Һуғыш бөтөп, алты ай үтеүгә , атаһы ҡайтып инә. Шул ваҡыттан алып, Миңнира Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәтенә ышана.
Йәштән нимәгә тотонһа, шуны эшләгән Миңнира күп йылдар “Алтын башаҡ” ял йортонда, Нөгөш буйында профилакторийҙа хужалыҡ мөдире, келәт мөдире була. Тегенгә, бәйләүгә, аш-һыуға оҫта, тырыш әхирәтем тормош юлындағы бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға. Ике ул һәм ҡыҙ үҫтергән Миңнира, бүлә-бүләсәләренә ҡыуанып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, баҡсаһында ниҙәр генә юҡ уның: ул алма , ҡарағат, виноград, крыжовник ҡыуаҡтарының бер нисә төрө тиһеңме, еләк, ҡара бөрлөгәндәре өҙөлөп төшөрҙәй булып ултыра. Баҡсаһының йәме булып әллә ҡайҙан балан ҡыуағы күренә. Иртә йәйҙән уның теплицаһында ҡыяр, помидор өлгөрә.
Йылдар үтеп, хаҡлы ялда булһа ла, намаҙын ҡалдырмай, Мәләүездең мәҙрәсәһендә уҡып сыға. Ғәрәп хәрефтәрен үҙләштерә, аяттар үткәрә. Килгән көнгә шөкөр итеп, барына ла риза булып йәшәй ил инәһе.
Гөлсөм ҠУСМАЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?