Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
24 Август 2018, 14:20

Телевизорға төшөү бәхете татыны

Яңыраҡ Восточный ауылын шаулатырлыҡ ҡыуаныслы ваҡиға булды: беҙгә БСТ каналының арҙаҡлы режиссеры Франгиза Илбәкова үҙенең ярҙамсылары менән “Ҡыҙыл юрға” башҡорт халыҡ йырына клип төшөрөргә килде.

Ауылыбыҙ ул көндәрҙә шау-гөр килеп торҙо: кемдер килгән ҡунаҡтарҙы һыйларға өҫтәл әҙерләй, ҡайһылары клипта төшә, берәүҙәр реквизиттар әҙерләшә, ҡыҙыҡһынып тамаша күҙәтеүселәр ҙә байтаҡ.

Клиптың сюжеты ябай: Ҡыҙыл юрға исемле атты бер малай бик ярата. Әммә һуғыш башланғас, атаһы толпарҙы яуға алып китергә мәжбүр була. Бәхеттәренә күрә, яраланған атай менән ат, һуғыштан әйләнеп ҡайта.
Яуҙан әйләнеп ҡайтҡан атай ролен даны киң таралған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков уйнаны. Ҡурай тартҡанда уның таһыллығын, үҙ һөнәренең ысын маһиры икәнен күреп тағы бер ҡыуандыҡ.
Боһорман ауылынан Сәлим Вәхитов һуғыштан йәрәхәтләнеп ҡайтҡан ҡарт ролен башҡарһа, аты – Ҡыҙыл юрға ролендә булды.
Төп ролдәрҙең береһен 8-се класс уҡыусыһы Ислам Балтабаев, ә дөйөм сәхнә өсөн күренештәрҙә ”Илһам” фольклор төркөмөнән Миңнур Ибраһимова, Миңлеямал Мәхмүтова, Рәйлә Ғашимова, Надежда Кайдалова, Гөлшат Кинйәбулатова, Рәсилә Байрамғәлина, Гүзәл Кинйәбулатова, клуб мөдире Мәстүрә Ҡунаҡбаева уйнаны. Ролгә кереү, тамашасылар алдында хисле итеп сығыш яһарға өйрәнеү, образдар тыуҙырыу өҫтөндә эшләү барыбыҙға ла оҡшаны.
Клип төшөргәндә Ғүмәр Иҫәнов, Марат Баһаутдинов матди ярҙам күрһәтте. Улар кеүек йомарт, уңған кешеләр күберәк булһын ине.
Сентябрҙә “Ҡыҙыл юрға” йырына төшөрөлгән клипты “Ҡурай” каналында күрһәтеүҙәрен тулҡынланып көтәбеҙ.
Зәйлә ӘЛМӨХӘМӘТОВА,
“Илһам” фольклор төркөмө художество етәксеһе.
Читайте нас: