ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
28 Август 2018, 11:54

Ижадында - күңел донъяһы

Мөләйем йөҙлө, асыҡ ҡарашлы, хәрби ыҫпайлығы менән башҡаларҙан айырылған был ағай мәләүездәргә яҡшы таныш.

Уны район-ҡалала үткән төрлө сараларҙа йыш осратырға мөмкин. Айырыуса сәнғәт һәм ижад һөйөүселәргә яҡын ул. Шулай уҡ индустриаль колледж янындағы кадет корпусын тамамлаусылар араһында абруй һәм ихтирам ҡаҙана.

Рафаэль Насиров сығышы менән Көйөргәҙе районы Абдул ауылынан булһа ла, күсеп килеү сәбәпле, уның бала сағы, үҫмерлек йылдары Мәләүез ҡалаһында үткән. Шуға ла ике төбәк тә уның өсөн берҙәй яҡын. Урта мәктәпте тамамлағас, Куйбышев индустриаль-педагогия техникумына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта хәрби кафедраһында ла белем ала. Армия хеҙмәтен тултырғас, Рафаэль Зиннур улы Силәбе ҡалаһына юллана. Унда федераль яза үтәү системаһында ике тиҫтәнән ашыу эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сыға. Тик эшкә һәләтле, тынғыһыҙ, төрлө яҡлап талантлы мәҡәләбеҙ геройының ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ әле. Мөҙҙәтле ялға сыҡҡас, тыуған Башҡортостанына, Мәләүезгә әйләнеп ҡайта һәм яңы асылған кадет корпусына эшкә килә. Ун биш йылға яҡын ғүмерен йәш быуынға илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә арнай. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙенең бурысын еренә еткергән, бәләкәй генә мәсьәләгә лә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған хеҙмәткәр лайыҡлы хөрмәт ҡаҙанған.
Йәшкә һылтанып, өлгәшелгән уңыштары менән ҡәнәғәтләнеп, атҡарылған эштәренә арҡаланып ултырырға йыйынмай әле Рафаэль Насиров. Тырыш хеҙмәт йылдарынан һуң, ниһайәт, яратҡан шөғөлдәре менән булырға форсат тапты. Район-ҡала халҡы, хеҙмәттәштәре уны хәҙер ағастан һырлап эшләү оҫтаһы, һәүәҫкәр рәссам һәм гармунсы тип белә. Ижади эштәре менән төрлө кимәлдәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Тыуған районы Шәбағыш ауылында үткән Пушкин байрамында ла була. Ғөмүмән, республика, район конкурстарында ла йыш осратырға мөмкин уны. Күрше райондарға сығырға ла форсат таба. Әлеге ваҡытта уның һикһәндән артыҡ картинаһы бар. Оҫта төрлө темаларҙы яҡтырта, шулай ҙа күңеле тәбиғилеккә, матурлыҡҡа, сафлыҡҡа ынтылған, тыуған республикаһының тәбиғәтенә, халҡының фиҙаҡәрлегенә ғашиҡ ижадсы күберәк тирә-яҡ мөхиттең хозурлығын, икһеҙ-сикһеҙ баҫыу ҡырҙарын, зәңгәрлегенән күҙҙәр ҡамашҡан күк йөҙөн, азатлыҡ, иркенлек яратҡан ҡоштарҙы һүрәтләргә ярата. Төҫтәрҙең дә иң сағыуын һайлай. Быларҙың бөтәһе лә авторҙың эске донъяһы, булмышы, холҡо һәм уй-ниәттәре лә яҡты булыуы тураһында һөйләй торғандыр.

Читайте нас: