ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Октябрь 2018, 14:34

Тормош - үҙе сәхнә

Смаҡ ауылында йәшәгән Сынтимер ағай Мәҡсүтов сит ил сәхнәһендә “Көнгәк” бейеү ансамбле составында башҡорт бейеүҙәрен башҡарған. Бына шундай кешеләр йәшәй был төбәктә!

Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән мәҡәлә геройы Сынтимер ағай, мәктәпте тамамлағас, ситкә китмәй. Йәштәр күпләп ауылда төпләнгән осорҙа, идеаларға тоғролоҡ һаҡлап, колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып эштә ҡала. Мәҙәниәткә ғашиҡ егет ҡаланың район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Көнгәк” ансамбленә бейеү түңәрәгенә яҙыла. Әйтеүе генә анһат, ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа осраҡлы техника менән аҙнаһына бер нисә тапҡыр ҡалаға килеп ҡайт әле!? Йыл дауамы шулай бейеү серҙәренә өйрәнгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар һәм ике йылы Германияла артеллирия ғәскәрҙәрендә үтә. Тыуған яғын һағынып, башҡаса бер ҡасан да ситкә китмәйәсәген аңлап ҡайта йәш һалдат һәм уға ғүмере буйы тоғро ҡала.
“Элек хеҙмәт итеп ҡайтҡандарға бер нисә ай ял тейеш ине. Ҡайҙа инде өйҙә ятыу! Бер нисә аҙна үттеме-юҡмы, Арыҫлан ауыл клубына художество етәксеһе итеп ҡуйҙылар. Ауылда йәштәр күп заман. Көндөҙ эштә, кискеһен клубҡа йыйылалар. Ул йылдарҙа спектакль әҙерләү, төрлө саралар уҙғарыу, агитбригада ойоштороу мотлаҡ ине. Транспорт көтөп тормайбыҙ, йыйынабыҙ ҙа район ауылдары буйлап концерт ҡуйырға сығып китәбеҙ. Үҙебеҙгә лә танылған артистар күп килде - клуб шығырым тулы, хатта баҫып торор урын ҡалмай. Халыҡ мәҙәни сараларға әүҙем йөрөнө”,- тип хәтерләй Сынтимер Тимерхан улы.
Ауыл мәктәбенә йүнәлтмә буйынса килгән Федоровка районы Оло Сытырман ауылы ҡыҙы Лилиәгә бер күреүҙән ғашиҡ була егет.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 79-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: