ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
23 Октябрь 2018, 11:00

Күңел матурлығы - ҡул эштәрендә

Һарышта Миңлефә Булатованың бәйләгән әйберҙәренә һоҡланмаған кеше юҡ тиһәң, һис тә яңылыш булмаҫ, моғайын.

Кескәй генә ырғаҡ ярҙамында иҫ киткес матурлыҡ тыуҙыра белә ул. Күңелендәге бөтә сифаттарҙы күрергә була уның эштәрендә. Мәҡәләбеҙ геройы булмышындағы ғорур раузалар, йылылыҡ бөрккән аҡ сәскәләр, серлелеге менән айырылған томбойоҡтар, ябайлығы менән арбаған ялан сәскәләре - бөтәһе лә бар унда.
Һуңғы ҡул эше - ап-аҡтан бәйләнгән эскәтер. Уныһында Миңлефә Ғилман ҡыҙының иң яҡын кешеләренә - хәләл ефетенә, балаларына, ауылдаштарына - изге теләктәре, киләсәккә яҡты ниәттәре урын алған.
- Ошондай уҡ өҫтәл япмаһын ейәнсәрем дә бәйләргә йыйынғас, бик һөйөнгәйнем. Эшен тамамлағас, йәнә бер тапҡыр шатландым: ырғаҡҡа тәүгә тотоноуына ҡарамаҫтан, ул минән дә оҫтараҡ булып сыҡты! - ти Миңлефә Булатова.
Бәйләү, тегеүгә йәш саҡтан ғашиҡ ул. Буш ваҡыты булғанда ғына тотонмай уға, күп бәйләмдәре тап эш араһында тамамланған. Уның тилбер бармаҡтары аша үткән дебет шәлдәрен бик күптәр заманында яратып ябынған.
- Ҡул эше күңелемә ял һәм тыныслыҡ ҡына түгел, илһам да бирә. Уға тотоноу менән бөтә уйым, мәшәҡәтем юғала, күҙ алдыма күңелемдә йөрөткән биҙәктәр, нағыштар, төҫтәр пәйҙә була. Артабан улар бөтә матурлығы менән кейемме ул, сувенирмы йәки сәскәме - бәйләгән әйберҙәремә күсә, - ти хужабикә бөтә бүлмәгә йылылыҡ һәм гүзәллек бөрккән вазалағы нәзәкәтле рауза сәскәләрен ҡарашы менән иркәләп.
Миңлефә Ғилман ҡыҙы - сығышы менән Күгәрсен районы Нарбут ауылынан. Һарышҡа 1965 йылда килен булып төшкән. Бына илле өс йыл Сәлим ағай Булатов менән иңгә-иң терәшеп донъя көтәләр. Бер-бер артлы өс балаға ғүмер биреп, уларҙы үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырғандар. Алты ейән-ейәнсәрен ҡулға алып, өләсәй-олатай булыу бәхетен кисергәндәр.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 84-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: