ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
3 Ғинуар 2019, 00:51

Оло йөрәкле апай

Изге күңелле кешенең аш-һыуы ла татлы Йондоҙнамә буйынса эт йылын оҙатып, Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Үткән йыл билдәһе менән тыуған Миңзилә Кантикова фараздарҙың тик ыңғай сифаттарын йыйған. Ул тоғролоғо, эшсәнлеге, ябайлығы менән айырылып тора.

Йондоҙнамә буйынса эт йылын оҙатып, Яңы йылға аяҡ баҫтыҡ. Үткән йыл билдәһе менән тыуған Миңзилә Кантикова фараздарҙың тик ыңғай сифаттарын йыйған. Ул тоғролоғо, эшсәнлеге, ябайлығы менән айырылып тора.Быйыл 60 йәшен туйлаған апай ҡыуанып: “Йәш саҡта һөнәр һайлауҙа яңылышмағанмын, аш-һыу әҙерләү оло кинәнес бирә миңә”, - ти.
Яҡындарын байрамда ғына түгел, һәр көн тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата.
Миңзилә Зөфәр ҡыҙы ҡарт олатаһы Әхмәтша ҡатнашлығында һайланған урында, Ағиҙел менән Нөгөш йылғаһы араһында хозур тәбиғәт ҡосағында, башҡаларҙан һуң барлыҡҡа килгәнгә Яңауыл тип аталған ауылда донъяға килә. Мәктәпте тамамлағас, күңеленә яҡын икмәк бешереүсе һөнәрен һайлай. “Пимеко” комбинатында 27 йыл эшләй, предприятие ябылғас, билмән яһауға күсә. Унда ла 8 йыл дауамында эшен яратып башҡара: “Күңел йылыһын һалып бешерелгән ризыҡ ҡына тәмле лә, файҙалы ла була”, - ти ул. Тырыш хеҙмәтен етәкселек юғары баһалай, бөгөн дә онотмайҙар. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, ғәзиз ҡәҙерле кешеләре өсөн тәмле-татлы ризыҡ әҙерләүҙән айырыуса ҡәнәғәтлек ала.
Миңзилә апай ишле ғаиләлә икенсе бала булып үҫә. Ауылын бик ярата ул - ғүмер буйы атай йортонан, тыуған тупраҡтан көс-ҡеүәт алып йәшәй. Атай-әсәһе иҫән саҡта улар янына йышыраҡ ҡайтырға, бөтә эштә лә булышырға тырыша. Ауырыу әсәһенә тәрбиә кәрәк булғас та, иң беренсе, ғәҙәти тормошон, эшен ташлап, ярҙамға ашыға.
Кесе йәштән наҙлы, нәзәкәтле ҡыҙ күберәк иғтибар талап иткән, хәстәргә мохтаж кеүек булһа ла, уның рух көсөнә, тырышлығына, тоғролоғона хайран ҡалырлыҡ. Ул яңғыҙы ике балаға, лайыҡлы тәрбиә биреп, аяҡҡа баҫтыра. Оло ҡыҙы тормошҡа сығып, ике ейәнсәр бүләк итә. Улы ла эштә, спортта уңыштары менән һөйөндөрә, уны ла матур туй үткәреп башлы-күҙле яһай. “Водоканал” йәмғиәтендә эшләгән улы Руслан - уның оло терәге, өмөтө ине. Инде ейән-ейәнсәрҙәр көткәндә тау-таш күтәрмәҫтәй, ҡаяларҙы сатнатырҙай ҡайғы әсә йөрәген яра. Предприятие етәкселегенең эшселәрҙең хәүефһеҙлегенә, һаулығына һалҡын ҡарашы сәбәпле, күҙ ҡараһындай күргән ғәзиз балаһын юғалта. Етәксе, үҙ торошон айырым статус менән нығытып, бөгөн дә идара итә, тик ғәҙеллектең тантана итеүенә ышанысын юғалтҡан әсә күңеле генә өҙлөкһөҙ һыҡрап илай… Шуға ҡарамаҫтан, “көсһөҙ зат” тип аталған ябай ҡатын, барыһын ғәфү итеп, Юғары хөкөмгә тапшырып, артабан йәшәргә көс таба. Ысын гүзәл заттарға хас ипле, ихлас Миңзилә апай, улының яҡты рухын һаҡлап, яңынын йәшәргә өйрәнә. Уның йөҙөндәге мөләйем йылмайыу – яҡындарына ҙур бүләк, ә сабырлығы, тормошҡа ҡарашы, рух ныҡлығы - күптәргә өлгө. Оло йөрәге балаларын, туғандарын хәстәрләп тибә, изге күңеле һәр кемгә асыҡ, бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ. Яңы йылда ул һәр кемгә бәхет, шатлыҡ, балалар, ғаилә именлеге теләп, байрам табынына тәмле бәлеш рецебы тәҡдим итә.
Еләк бәлеше
Ҡамыр өсөн: 1,5 стакан йылымыс һыуға 1 аш ҡалағы кипкән сүпрә, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 1 балғалаҡ тоҙ, 1/2 стакан ҡаймаҡ, 6 аш ҡалағы еҫһеҙ көнбағыш майы, он өҫтәп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Эслек өсөн: киптерелгән еләккә шәкәр ҡомо, аҡ май йә ауыл ҡаймағы ҡушырға була.
Читайте нас: