ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Март 2019, 14:17

Тормош йөгөн тартыр ирҙәр бар бит ул

Ауыл хужалығы - ҡатмарлы тармаҡ, тәбиғәт шарттары йыл дауамында эшсәндәрҙең түҙемлек һәм тәжрибәһен һынау менән сыныҡтыра. Өмөттө аҡларлыҡ уңыш үҫтереп алыу, етерлек мал аҙығы туплау игенсенән икеләтә тырышлыҡ талап итә. Яҡташтарыбыҙ был һынауҙы лайыҡлы үтә, “Нурлы” агрофирмаһы йәмғиәте эшсәндәре - шулар иҫәбендә. Эшмәкәрлегенә ун йылдан ашыу ваҡыт үткән йәмғиәтте ошо ауылда тыуып үҫкән Ғүмәр Иҫәнов етәкләй. Ғәмле лә, дәртле лә, сәмле лә ир уҙаманы ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Форсаттан файҙаланып, Ғүмәр ағайға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Ауыл хужалығын түгел, башҡа тармаҡты һайлаһағыҙ, тормошоғоҙ ниндәйерәк булыр ине, күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?
- Баштан уҡ әйтәм: бының булыуы мөмкин түгел, хатта уйлай ҙа алмайым. Беҙ күмәк хужалыҡтарҙың, сәскә атҡан осоронда, атай-олатайҙарыбыҙҙың дәррәү эшләгән “ерҙе ҡәҙерләгән-хөрмәт күргән” тигән һүҙҙәрен ишетеп, күреп үҫтек. Кәрәк булһа, төҙөлөштә, талап ителһә, балта оҫтаһы булып эшләрҙәй һөнәрҙәрем бар, әммә ерҙә эшләү - күңел талабы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 26-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: