ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Апрель 2019, 14:38

Тормош баһаһы - әсә бәхете

Яҙ - көтөп алынған иҫ киткес гүзәл миҙгел. Бар тәбиғәт яңыра: әле генә ҡар иремәҫ төҫлө, әллә ни арала, бар донъяны йыуындырырға теләгәндәй, йылғалар урғылып таша, инде йәшел үлән дә морон төртә, һәм оҙаҡ көттөрмәй, тирә-яҡ сәскәгә күмелә. Ошо осорҙа тыуған әсәйем Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы Татлыбаева ла һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып, тормошто камиллаштырырға, йәшәйеште йәмләргә тырышып йәшәй.

Яҙ - көтөп алынған иҫ киткес гүзәл миҙгел. Бар тәбиғәт яңыра: әле генә ҡар иремәҫ төҫлө, әллә ни арала, бар донъяны йыуындырырға теләгәндәй, йылғалар урғылып таша, инде йәшел үлән дә морон төртә, һәм оҙаҡ көттөрмәй, тирә-яҡ сәскәгә күмелә. Ошо осорҙа тыуған әсәйем Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы Татлыбаева ла һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып, тормошто камиллаштырырға, йәшәйеште йәмләргә тырышып йәшәй.

1949 йылдың 12 апрелендә Стәрлебаш районы Яңы Ҡалҡаш ауылында Миңйыһан Яхъя ҡыҙы һәм Ғәйфулла Ларымбай улы Күсәрбаевтар ғаиләһендә Аллаһы Тәғәләнең киң рәхмәте менән игеҙәк сабыйҙар ауаз һала. Уларға Ғәли һәм Ғәлиә тип исем ҡушалар.

Йәш ата-әсәне һөйөндөрөп, бәләкәйҙән бик тырыш, егәрле, сәмле булып үҫә әсәйебеҙ. Башланғыс белемде тыуған ауылында алһа, 5-се класты күрше Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбендә дауам итә. Артабан Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә уҡый. Һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, изгелеккә ынтылған ҡыҙ үҙен киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә күрә һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1971 йылда “Урыҫ, башҡорт телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы”дипломын ҡулына ала.

Йәш уҡытыусы Арыҫлан урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Смаҡ ауылы халҡының ихтирамын яулай. Бәхетен дә бәрәкәтле Мәләүез ерендә таба ул. Яҙмыш атайыбыҙ Нурислам Сәйфулла улы менән осраштыра, һәм мөхәббәт йәштәрҙе ғүмерлеккә ҡауыштыра. Улар матур тормош ҡороп, 47 йыл татыу йәшәйҙәр, биш балаға - улдары Азат, Динар, Азамат, ҡыҙҙары Гөлкәй һәм Гөлнараға - лайыҡлы тәрбиә бирәләр. Беҙҙе тыуған ерҙе, туған телде яратырға өйрәттеләр. Йыр-моңға, ижадҡа һөйөү ҙә нәҫелдән киләлер. Хәҙерге көндә өс ейәненә, һигеҙ ейәнсәренә һөйөнөп, уларға өгөт-нәсихәт биреп, беҙҙең тормошто йәмләп йәшәй ул. Күпереп бешкән икмәге, тәмле ризыҡтары менән һыйлай һәр саҡ. “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булыуым - тормошомдоң иң юғары баһаһы“, - тип иҫәпләй беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.

Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, бик яуаплы, намыҫлы башҡара ул. Халҡыбыҙҙың ике легендар шәхесе исемен йөрөткән Динис Бүләков исемендәге Арыҫлан урта мәктәбенә 38 йыл ғүмерен бағышланы, шуның 23 йылында - уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары. «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы»

билдәһе менән бүләкләнде. Әлеге көндә лә ул - иң әүҙем, абруйлы педагогия ветерандары сафында. Ҡыҙҙары Гөлкәй, Гөлнара, улы Азамат әсәй эҙенән китһә, килендәре Эльза, Лилиә лә - уҡытыусы. Шулай уҡ ике тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы уның юлын һайлауы ла бик күп нәмә тураһында һөйләйҙер. Ғүмерен балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә бағышлаһа, бөгөн дә һөнәренә тоғро ҡала әсәйебеҙ: хаҡлы ялда үҙе йәшәгән төбәктә ислам дине буйынса дәрестәр алып бара. Йәмәғәт эшенән дә ситләшкәне юҡ. Смаҡ ауылындағы «Сәғирә» мәсетен төҙөүҙә беҙ уның етәкселегендә ғаилә менән дәррәү ҡатнаштыҡ. Арыҫлан ауыл биләмәһендә «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошмаһын да етәкләй ул. Арыҫлан батыр Аҡҡолов ауылындағы «Арыҫлан» мәсетен сафҡа индереүҙә “Ағинәйҙәр ҡоро” 40 меңдән ашыу иғәнә йыйыуға ҙур өлөш индерҙе. Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Мәләүез, Стәрлебаш райондарында, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында уҙған «Ағинәйҙәр ҡоро» форумында ихлас ҡатнашты.

Шулай уҡ йыр-моңға маһир яҡыныбыҙ - «Нөгөш ынйылары» балалар- фольклор төркөмөнөң, Смаҡ мәҙәниәт йортонда ойошторолған «Селтәр» студияһының әүҙем ағзаһы. «Башҡорт ҡатыны - милләт әсәһе» республика

конкурсында “Оло быуын ҡатын-ҡыҙы” номинацияһында билдәләнде. Ҡәҙерлебеҙ - һәр яҡтан беҙгә өлгө, беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Гөлнара Татлыбаева.
Читайте нас: