ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Апрель 2019, 14:42

Ярты быуат әллә ни күп тә түгел

Бөрөләр тирткән, йылғалар боҙҙан әрселгән, күңелдәрҙең яңылыҡ, изгелек көҫәгән мәлендә юлыбыҙ Шәрип ауылына төштө.

Бөрөләр тирткән, йылғалар боҙҙан әрселгән, күңелдәрҙең яңылыҡ, изгелек көҫәгән мәлендә юлыбыҙ Шәрип ауылына төштө.
Ауыл үҙ тормошо менән йәшәй, оҙаҡламай баҡсаға сығарыласаҡ помидор, борос үҫентеләре бөгөн тәҙрә төбөндә үҙ сиратын көтөүе, ихатала тауыҡтарҙың түҙемле генә тибенеүе, хужа икәнлеген иҫкәртеп, әтәс ҡысҡырыуы ауылдың, сәйәсәткә ҡарамай, үҙ яйы менән алға тәгәрәүенә ишаралай.
Ошонда нигеҙ ҡорған йәштәргә аҡыллы кәңәшен йәлләмәгән хөрмәтле пар Рәйсә һәм Ғибәҙулла Иҫәньюловтарҙың бергә ғүмер итеүҙәренә - 50 йыл. Уларҙың тормош юлы һынау, ҡаршылыҡтар ғына түгел, бәхетле мәлдәр менән дә иҫтәлекле. Икеһе лә бәләкәйҙән хеҙмәт сынығыуы алып үҫә. Ғибәҙулла ағай Иҫке Шәрип ауылында ғаиләлә туғыҙынсы бала булып донъяға килә. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ, заманаһы иркәләгән, наҙлағанмы был быуынды!? Бала сағы хәтирәләрен мәктәптә дәрестән һуң колхоз эшенә йүгереү, фермала быҙау ҡарау, мал көтөүҙән башҡа күҙ алдына килтерә алмай ул. Үҫмерлек осоронда таңға тиклем томанға уралған туғайлыҡта йылҡы көтөү, бесән сабыу, кәбән ҡойоуҙарҙы оноторлоҡмо? Йәше еткәс, һалдат шинеле кейә. Физик яҡтан үҫешкән, көслө егет иптәштәре араһында үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә. Ауылдаштары ул хеҙмәт иткән частан Рәхмәт хаты алып ҡыуана.
Тап ошонда техникаға һөйөү тәрбиәләнә. Мыҡты кәүҙәле егет хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, водитель танытмаһы ала һәм ғүмеренең 36 йылын “Нөгөш” колхозында ошо һөнәргә арнай. Күмәк хужалыҡтың күтәрелеш осоронда социалистик йөкләмәләрҙе үтәүгә тос өлөш индерә. Техникаһын ҡарап, тәрбиәләп йөрөтә, етәкселек һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам ҡаҙана.
Егеттең күҙе Шәрип ауылы гүзәле Рәйсә Әғзәм ҡыҙына төшә. Бәләкәйҙән бер-береһен белеп, уйнап, уҡып буй еткергән йәштәр бынан 50 йыл элек ғаилә ҡора. Түҙемле, ныҡлы уйлап ҡына эш иткән пар - хәҙер биш тиҫтә йыл ауылдың күркәм ғаиләләренең береһе. Яҡташтары араһында һүҙҙәре үтемле, йортона ингәндәргә изге кәңәш биреп, ҡайнар сәй менән һыйламай сығармайҙар.
Улар бөгөн дә мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡса үҫтерә. Рәйсә апайҙың тәҙрә төптәрендә ҡышлаған гөлдәре иртә яҙҙан көҙгә тиклем баҡсаһына йәм өҫтәй, яҡындарын ҡыш оҙоно ҡайнатма, салаттары менән һыйлай.
Бәхетле пар ҡыҙ-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре ихтирамын тойоп йәшәй. Ял көндәре, байрамдарҙа уларҙың йәмле йорто балаларҙың шат тауышына күмелә.
Кешегә бәхет өсөн нимә кәрәк тигән һорауыма яуапты уларҙың ихлас йылмайып, бер-береһенә төбәлгән һөйөү тулы ҡараштарында уҡығандай булдым һәм уның алтын-көмөш, тупланған мөлкәт менән түгел, ә ябайлыҡ, ихтирам, ихласлыҡ менән үлсәнгәнен аңланым. Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Һүрәттә: Рәйсә һәм Ғибәҙулла Иҫәньюловтар.
Нәсимә Суҡбаева фотоһы.
Читайте нас: