ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Июнь 2019, 14:20

Иртәгәһенә яҡты уйҙар менән баға

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе - өлкән быуын вәкилдәре. Арыҫлан ауылында йәшәгән “Көнгәк”тең тоғро дуҫы Сәүиә Хәйбуллина ла күптән һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған. Оло йәштә булһа ла, яратҡан баҫмаһынан айырылырға уйламай. Тәүгеләрҙән булып йыллыҡҡа яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе ул.

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күбеһе - өлкән быуын вәкилдәре.
Арыҫлан ауылында йәшәгән “Көнгәк”тең тоғро дуҫы Сәүиә Хәйбуллина ла күптән һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған. Оло йәштә булһа ла, яратҡан баҫмаһынан айырылырға уйламай. Тәүгеләрҙән булып йыллыҡҡа яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙҙың береһе ул.
- Операциянан һуң бер күҙгә генә ҡалһам да, гәзитте башынан аҙағына тиклем уҡып сығам. “Көнгәк” миңә бик оҡшай. Күңел өсөн бар нәмә лә бар. Район-ҡала ваҡиғаларына ла, маҡтаулы яҡташтарыбыҙ хаҡында мәҡәләләргә лә ҙур урын бирелә. Колхоз-совхоздар гөрләп эшләгән ваҡытта тырышып эшләгән, район үҫешенә ҙур өлөш индергән замандаштарым тураһында уҡырға яратам. Уларҙы үҙҙәрен күргәндәй булам хатта, - ти Сәүиә Хажиәхмәт ҡыҙы.
Мәҡәләбеҙ геройы сығышы менән Татарстандан. Тыуған төйәгенән Салауат ҡалаһына эшкә сығып киткәндә уға 22 йәш кенә булған. Ошонда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Ғүмеренең алтмыш йылы Башҡортостанда үткәнгә генә түгел, ә ошо хозур тәбиғәтле, саф һыулы төбәкте, хеҙмәт һөйөүсән, ҡунаҡсыл халҡын яратҡанға хаҡлы рәүештә үҙен ошо райондыҡы һанай. Иң тырыш хеҙмәт йылдарын Сәүиә Хәйбуллина Мәләүездең иҡтисади үҫешенә арнаған. Намыҫлы эшмәкәрлеге менән бергә балалар ҙа үҫтергән, ғаиләһен дә ҡараған, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан. Алдынғы ҡарашлы, ғәҙел, намыҫлы апай район, ауыл советтары депутаты булып та һайлана. Ошо әүҙемлеге, ғәмле, сәмле булыуы олоғайғас та ташлап китмәгән. Гәзит уҡыуы ла уның заман менән бергә барырға ынтылыуын дәлилләй. Гөл-сәскәгә күмелгән тәҙрә янында ултырһа, ауылдаштары Сәүиә апайҙың гәзит уҡығанын белә. Яҡты донъяға бағып, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренә лә ошонда теләк теләргә ярата ул. Изге күңелле оло йәштәге кешенең ниәттәре бойомға ашмай ҡалмайҙыр. Быға иманыбыҙ камил.
Лена АБДРАХМАНОВА.
Читайте нас: