ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Июнь 2019, 16:03

Тере шаһит

Һабаш ауылынан тыл ветераны 91 йәшлек Рамаҙан Әхтәм улы Игбаев ауылда иң өлкән, хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр тыл хеҙмәтен үҙ елкәһендә татыған әңгәмәсемдең ғүмер сәхифәһе - үҙе бер тарих.

Һабаш ауылынан тыл ветераны 91 йәшлек Рамаҙан Әхтәм улы Игбаев ауылда иң өлкән, хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр тыл хеҙмәтен үҙ елкәһендә татыған әңгәмәсемдең ғүмер сәхифәһе - үҙе бер тарих.
“ Әбейем Зәйтүнә менән Салауат, Өлфәт, Вәсилә, Азат исемле 4 бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Бергә йәшәгәнгә 69 йыл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике балабыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Вәсилә ҡыҙым оҙаҡ йылдар Ишембайҙа бер ойошмала хисапсы булып эшләне, оло улым нефть институтын бөтөрҙө, хәҙер икеһе лә хаҡлы ялда.
Һуғыш башланғанда миңә 15 кенә йәш ине. Ат ҡараусы итеп алдылар. Аслыҡтан малдар күтәртә, ашарға етмәй. Ауырлыҡ бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро елкәһенә төштө. Ашарға юҡ, кейергә булманы.
...1943 йыл, булһа кәрәк. Һыйырҙарҙы Солтан Асылғужин бабай көтә торғайны. Төнгө сәғәт икеләр тирәһе булғандыр. Ул биҙрәгә кәрәсинле фонарҙы һалып, ферманы ҡарарға китте. Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, күҙ йәше менән илап килеп инде: “Балалар, харап булдыҡ”, - ти. Ҡышын өйөр-өйөр бүреләр аҙыҡ эҙләп йөрөй торғайны. Ошо йыртҡыстар һарайҙың мөйөшөн тишеп, һыйырҙарҙы, 40 баш һарыҡты тамаҡлаған. (Ул ваҡытта йорт, һарай һалам менән ябыла ине.)
Быйыл Еңеү көнөндә мотоблокка флаг ҡаҙаным, өс баланы ултырттым да ауылды әйләнеп сыҡтым, уларға ҡушылып мин йырлайым, ныҡ күңелле булды. Үҙем “Иҫемдә ҡалғандар” исеме аҫтында ауылдаш яугирҙар тураһында хәтирәләрҙе теркәп барам, киләсәк быуынға аманат булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр ҡыҙыҡһынмай, һорамай.
Һуғышҡа киткәндәр араһында атайым Әхтәм Игбаев, ауылдаштар Шәкүр Ғәббәсов, Насретдин Алтынбаев, Ғимран Бикҡужинға 50 йәш тирәһе булғандыр. Бригадала бик етеҙ көрән ат бар ине. Ошо байталды егеп мин уларҙы үҙем Ергәнгә алып барҙым. Һабаш менән Ергән араһында ҙур оҙон тирәк үҫә торғайны, шунда еткәс, бергәләшеп йырлап ебәрҙеләр. Атайым мине ашханаға индереп ашатты. “Улым, донъя һиңә, әсәйеңә ҡалды, нисек тә булһа һыйырҙы бөтөрмәгеҙ, беҙ оҙаҡ йөрөмәбеҙ”, - тине. Иҫләһәм, хатта әле лә илағым килә. Машина килгәс, бына китте ҡосаҡлашыу, күҙ йәштәре.
Һуғыштан һуң 1946 йылда район буйынса 12 кешене йыйҙылар ҙа Свердловск өлкәһенә уҡытырға алып киттеләр. ФЗО бөтөрҙөм, электромонтер булып унда ике йыл эшләнем. Күпмелер ваҡыт үтеүгә, илдә күмер сығарыу өлкәһендә эшсе ҡулдар етмәгәс, военкомат аша Башҡортостандан 300-ләп кешене йыйып, Приморьеға алып киттеләр. Унда ике йыл шахтала эшләнем. 127 метр түбәнлектә ер аҫтында күмер сығарҙыҡ. Һуңғараҡ Ишембай нефть сығарыу тармағына 30 йыл ғүмеремде арнаным. Хаҡлы ялға шунан киттем.”
Осрашыу аҙағында Рамазан бабай һәммәбеҙгә үҙенең теләктәрен еткерҙе. Донъяларҙың тыныс булыуын, яҡты матур тормошта йәшәүебеҙҙе теләне. Һуғыш йылдарында бөтөн ауырлыҡтарҙы үҙ башынан кисергән хөрмәтле ветераныбыҙ ҙур хөрмәткә, оло ихтирамға лайыҡ.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Фәниә БИКМӨХӘМӘТОВА фотоһында: “Көнгәк”те биш йыл алдырам, яратып уҡыйым.”
“Аҡ ҡайындар”
(Һуғышҡа китеп һәләк булған 24 ауылдашыма, иҫән һау ҡайтҡандарына арнала.)
Шаулап үҫә буйсан ике ҡайын
Бер ташландыҡ ҡәбер өҫтөндә,
Ҡәбер буралары сереп бөткән,
Ләхеттәре күптән ишелгән.
Хәсән бабайымдың ҡәбере ул,
Ҡуйышҡайным уны үҙем дә.
Оҙаҡ ҡына ятып донъя ҡуйҙы
56-сы йылдың көҙөндә.
Күрше булғас һәр саҡ инә инем
Хәл белергә хәсрәт көнөндә.
Һуңғы көндәр бигерәк ауыр булды,
Йыйырсыҡтар баҫты йөҙөн дә.
Тән һыҙлауҙан түгел, йән әрнеүҙән,
Хәтерләйем, һәр саҡ һаташты.
“Ғәббәс, Ғәббәс, Миңлеәхмәт!
Балаларым, һеҙ ҡайҙаһығыҙ?” - тип,
Улҡайҙарын эҙләп маташты.
Икеһе лә юҡ бит инде улар
Ата бәхиллеген алырға.
Яҙмағайны хатта ата ҡәберенә
Бер ус тупраҡ ҡына һалырға.
Икеһе лә яуҙа ауҙы
Егет кенә көйө, йәп-йәшләй.
Ҡотдос ағай - 43-сө йылда,
Миңлеәхмәт ағай - 45-тә.
...Шаулап үҫә буйсан ике ҡайын,
Бер ташландыҡ ҡәбер өҫтөндә.
Һағынып саҡырып китә яңғыҙ кәкүк,
Һандуғастар һайрай кисен дә.
Кем ултыртты һеҙҙе, аҡ ҡайындар?
Ташланымы елдәр алыҫтан?
Ҡарт атайҙың ике улы булып
Үҫкәнһегеҙ шулай ярышлап.
Баҫып торам ҡәбер эргәһендә
Ҡолағыма сағыла бер тауыш:
“Ҡотдос, Ҡотдос, Миңлеәхмәт,
балаларым, һеҙ ҡайҙаһығыҙ?” -
Ҡәбер аша килә был һағыш.
“Һуң беҙ бында бит, атай, тигән кеүек
Шаулап ҡуя шул саҡ ҡайындар.
Әйтерһең дә, ата ҡәберенә
Баш эйергә килгән уландар.
Әйтерһең дә, ата ҡәберенә
Хәл белергә килгән уландар.
Рамаҙан ИГБАЕВ.(Үҙгәртмәйенсә бирелде).


Читайте нас: