ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Июль 2019, 19:28

Уңған, тырыш, оҫта етәксе

Был аҙнала бай тарихлы ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан йәмғиәт рәйесе Илгиз Фәйзуллин менән әңгәмәбеҙ. Сығышы менән ул Саҡмағош районының Аблай ауылынан. Ишле ғаиләлә 8-се класты уңышлы ғына тамамлағас, Өфө кооператив техникумына уҡырға инә.

Был аҙнала бай тарихлы ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан йәмғиәт рәйесе Илгиз Фәйзуллин менән әңгәмәбеҙ. Сығышы менән ул Саҡмағош районының Аблай ауылынан. Ишле ғаиләлә 8-се класты уңышлы ғына тамамлағас, Өфө кооператив техникумына уҡырға инә. “Элек ауылдан сығып китеүе ҡыйын ине. Теләгән - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит халыҡта, атай-әсәй кәңәшен тотоп, иҡтисадсы булырға ҡарар иттем”, - ти ул. 1972 йылда был уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Саҡмағош райпоһында экономист булып эш башлай. Армияла тормош мәктәбен үткән Илгиз Ғәбделислам улы Кушнаренко райпоһында 28 магазинды берләштергән сауҙа предприятиеһы директоры булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.
Тәжрибәһен, ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, 1976 йылда Мәләүезгә химзаводҡа эшселәрҙе тәьминәт бүлегенә директор урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡыралар. “Заводтың төҙөлгән ваҡыты, ярты ҡала халҡы шунда эшләгәндер, ике ашханала 5 мең эшсене, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә үҫеп килгән быуынды туҡландыра торғайныҡ”, - тип хәтерләй Илгиз Ғәбделислам улы. Халыҡтың ихтыяжын даими өйрәнгән иҡтисадсы 1989 йылда ҡала дәүләт сауҙа предприятиеһында, “Старт” акционерҙар йәмғиәтендә - директор, район хакимиәтендә сауҙа менән идара итеү бүлеге начальнигы вазифаһында эшләй. “Ҡала менән районды берләштергән осор, үҙгәртеп ҡороуҙар заманы ауырға тура килде, Зиннәт Хәйруллин ошо эште миңә ышанып тапшырҙы”, - ти ул. “Мәләүез”, “Көнгәк” ҡулланыусылар йәмғиәте ойошмалары төҙөлгәс, ул рәйес вазифаһын атҡара. 40 йылдан ашыу ваҡыт уҙып та киткән, намыҫлы хеҙмәте тураһында уның наградалары һөйләй: “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы, юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Дөйөм туҡланыу әйләнеше буйынса Мәләүез кооператорҙары Башпотребсоюз системаһында беренсе урынды алып килә. Был да - бай тормош тәжрибәһе туплаған етәксенең эш һөҙөмтәһе.

Аҙағын гәзиттең 53 һанында уҡырһығыҙ
Читайте нас: