Конгэк
-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Август 2019, 11:19
Дәүләтҡолдоң дәү улын хөрмәтләп
Иштуған ауыл китапханаһында билдәле яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Булат Рафиҡовтың тыуыуына 85 йыл айҡанлы кисә үтте. Сараға яҙыусының тыуған яҡтарын һағынып тормош иптәше Лена Хәсән ҡыҙы килгәйне.
Иштуған ауыл китапханаһында билдәле яҙыусы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Булат Рафиҡовтың тыуыуына 85 йыл айҡанлы кисә үтте. Сараға яҙыусының тыуған яҡтарын һағынып тормош иптәше Лена Хәсән ҡыҙы килгәйне.
Кисәгә мәктәп уҡыусыларының күпләп килеүе ҡыуандырҙы. Яҡын тирәләге ҡалаларҙан каникулға ауылға олатай-өләсәйҙәренә ҡайтҡандарының да сарала әүҙем ҡатнашыуы үҙе бер һөйөнөс булды. Нәркәс Арыҫланова Булат Рафиҡовтың биографияһы менән бик ентекле таныштырҙы. Алмаз Әминев, Динислам Мөхәмәтшин, Дамир Сарбалеев, Абдразаҡ һәм Авзал Ҡормаевтың “Урал илендә” китабынан өҙөгөн, шиғырҙарын тасуири уҡыуы күңелгә бик ятты. Нурбанат Солтанғолова Булат ағайҙың әҫәрҙәре ололар өсөн дә, йәштәр өсөн дә берҙәй фәһемле икәнен һөйләне. Әҙәби сараны бик йәмле итеп, “Урал илендә” китабының презентацияһы менән таныштырып, 7-се класс уҡыусыһы Эльза Үмәрғәлина алып барҙы.
Беҙгә, ололарға, оло шәхес, яҡташ яҙыусыбыҙ Булат Рафиҡовтың ижадына шундай иғтибар, юғары баһа өсөн ҡыуанырға, матур, фәһемле кисәне ойоштороусыларға рәхмәт әйтергә генә ҡалды.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит