ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
9 Август 2019, 17:29

Икеләтә яуаплылыҡ тойоп

Ҡыйыу ҡарашы, хәрби ыҫпайлығы менән айырылып торған был ағайҙы мәләүездәр бик яҡшы белә. Район-ҡалала үткән һәр сарала күрергә була уны. Йә ул фотоаппараты менән төрлө кимәлдәге ваҡиғаларҙы, матур миҙгелдәрҙе мәңгеләштерә, йә һыҙҙырып гармунда уйнай. Мәҙәни сараларҙа моңло йыр һуҙғанын да, үҙе ижад иткән шиғыр менән сығыш яһағанын да йыш осратырға мөмкин.

Ҡыйыу ҡарашы, хәрби ыҫпайлығы менән айырылып торған был ағайҙы мәләүездәр бик яҡшы белә. Район-ҡалала үткән һәр сарала күрергә була уны. Йә ул фотоаппараты менән төрлө кимәлдәге ваҡиғаларҙы, матур миҙгелдәрҙе мәңгеләштерә, йә һыҙҙырып гармунда уйнай. Мәҙәни сараларҙа моңло йыр һуҙғанын да, үҙе ижад иткән шиғыр менән сығыш яһағанын да йыш осратырға мөмкин.
Фәнис Бикташев сығышы менән Әбет ауылынан. Йәмле Нөгөш буйының саф һауаһын һулап, эшсән атай-әсәһенең, ауылдаштарының хеҙмәт батырлығынан өлгө алып, халҡыбыҙҙың бай ижад ынйыларын күңеленә һеңдереп үҫкәнгә лә төрлө һәләткә эйә ул. Урта мәктәпте тамамлағас, яҡташыбыҙ иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт биографияһын заманында гөрләп торған “Мәләүезхимтөҙөлөш” тресының 6-сы төҙөлөш идаралығында башлай. Тырыш эшмәкәрлек юлында тәүге наградаһын да ошонда ала ул.
Ағиҙел аша күперҙе ремонтлау кеүек бик яуаплы эштә ҡатнашырға тура килде. Мөһим бурысты ваҡытында һәм сифатлы атҡарып сыҡҡан өсөн “1978 йылдың социалистик ярыш еңеүсеһе” маҡтаулы исеменә лайыҡ булдым, - тип, эшләй башлаған осорон йылы хәтирәләр менән иҫкә ала Фәнис ағай.
1978-1980 йылдарҙа төньяҡ ғәскәрҙәре төркөмөндә хеҙмәт иткән йылдар хаҡында ла күңел түрендә яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлай ул. Әйткән һүҙгә, дуҫлыҡҡа тоғро булыу, биргән вәғәҙәне мотлаҡ үтәү, сыҙамлылыҡ ир-егет өсөн иң мөһиме икәнлеген армияла ныҡлы аңлай. Эске ныҡлыҡ, рухи көс биргән ошо сифаттарҙы артабанғы ғүмер юлында тоғро юлдаш итә.
Сит ҡитғалар үҙенең мауыҡтырғыс, сағыу көнитмеше менән арбаһа ла, Фәнис Әлимғол улы үҙенең яҙмышын тыуған еренән айырып ҡарай алмай. Шуға ла армиянан һуң үҙенең тырыш һәм ижади хеҙмәтен тулыһынса тыуған еренә арнай. 1982 йылдан алып торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында эшләп, оҙаҡ йылдар яҡташтарының көнкүреш проблемаларын хәл итергә ярҙам итә. Намыҫлы эшмәкәрлеге төрлө кимәлдә билдәләнгән. Былтыр күп йыллыҡ һөҙөмтәле эше өсөн Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Тырыш хеҙмәте менән бер рәттән төбәктең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Район-ҡаланың бронетанк ғәскәрҙәре һәм Варшава килешеүе илдәрендә хеҙмәт иткән ветерандар ойошмаһы рәйесе дилбегәһен тарта ул. Былтыр “Дан” паркында танкистарға арналған обелиск асыуға ҙур көс һалды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының район-ҡала башҡарма комитетының “Ир-егеттәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе булараҡ та мөһим бурыстар билдәләгән. Мәҡәләбеҙ геройы төрлө кимәлдәге конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы урындар яуларға ла өлгөрә.
Фәнис Әлимғол улының ҡорған ғаиләһе лә маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ. Нигеҙ ташы ныҡлы, ышаныслы. Хәләл ефете Әнисә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп үҫтереп, үҙ аллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырырға тигән хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндергәндәр. Ике ҡыҙҙары ла Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһын “көмөш миҙал”ға тамамлаған. Әлеге ваҡытта Гүзәл - Салауат ҡалаһында магазин директоры, Гөлназ үҙәк район дауаханаһында юрист-консульт булып эшләй. Улдары Азат - Сорғотта холоҡ төҙәтеү системаһында офицер. Әнисә һәм Фәнис Бикташевтар - бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа, алты ейән-ейәнсәрен ҡулдарына алыу шатлығын кисергәндәр. Ошо көндәрҙә мәҡәләбеҙ геройы күркәм юбилейын билдәләй. Балалары, ейәндәре өсөн икеләтә-өсләтә яуаплылыҡ тойған уҙамандың ғүмер йомғағы оҙон булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: