Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
15 Август 2019, 13:30

Йондоҙнамә

Ылаҡ Үтәй алмаҫтай вәғәҙә биреүҙән һаҡ булығыҙ. Финанс мәсьәләлә лә иғтибар талап ителә. Таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙан тыйылып тороғоҙ. Һыуғояр Һалҡын аҡылығыҙға көнләшергә була. Тап уйлап эш итеүегеҙ сәбәпле төрлө яңылышлыҡтан ҡотолорһоғоҙ.

Ылаҡ
Үтәй алмаҫтай вәғәҙә биреүҙән һаҡ булығыҙ. Финанс мәсьәләлә лә иғтибар талап ителә. Таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙан тыйылып тороғоҙ.
Һыуғояр
Һалҡын аҡылығыҙға көнләшергә була. Тап уйлап эш итеүегеҙ сәбәпле төрлө яңылышлыҡтан ҡотолорһоғоҙ.
Балыҡ
Етди ҡарар ҡабул итер алдынан үҙегеҙгә нимә кәрәклеген хәл итегеҙ. Был осорҙа йондоҙҙар яҡшы килем вәғәҙә итә. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн тырышлыҡ талап ителер.
Ҡуҙы
Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫ өсөн яратҡан шөғөлөгөҙ менән булығыҙ. Шаршамбыла күптән теләгән әйбергә эйә булырһығыҙ.
Буға
Артабанғы тормошоғоҙ бөгөн ниндәй юлды һайлауға бәйле. Шишәмбелә ҡарар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Был көндә ял итһәгеҙ яҡшыраҡ булыр.
Игеҙәктәр
Сағыу ваҡиға уртаһында ҡалырһығыҙ. Тик эшегеҙ хаҡында ла онотмағыҙ. Аҙна уртаһында мөһим сарала ҡатнашырһығыҙ һәм яҡшы тәьҫорат ҡалдырырһығыҙ.
Ҡыҫала
Күтәренке кәйеф осор буйы оҙатып йөрөр. Быға яҡын кешегеҙҙең мөнәсәбәте сәбәпсе булыр. Йондоҙҙар физик эштән ваҡытлыса һаҡланырға кәңәш итә.
Арыҫлан
Үҙ мәнфәғәтегеҙҙе беренсе урынға ҡуйырға кәрәклеген аңларһығыҙ. Был аҙнала ныҡышмаллыҡ күрһәтергә тура килер. Сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләргә ваҡыт.
Ҡыҙ
Был осор тынғыһыҙ булыуы менән айырылыр. Шуға күрә планлаштырған эшегеҙҙе ҡалдырып тороу мөһим.
Үлсәү
Матди ауырлыҡ кисерерһегеҙ, әммә оҙаҡҡа түгел. Барыһы ла һеҙ теләгәнсә булыр. Яҡындарығыҙҙың тос ярҙамын тойорһоғоҙ.
Саян
Ауырлыҡтан ҡурҡмауығыҙ уңышҡа илтер. Әммә ғаиләлә миһырбанлыраҡ булырға кәңәш ителә. Яҡын кешегеҙҙе рәнйетеүегеҙ ихтимал.
Уҡсы
Күңелегеҙ мажара эҙләй, әммә артыҡ мауыҡмағыҙ. Кире эҙемтәһе булыр. Матди хәлегеҙ был осорҙа борсомаҫ. Шаршамбыла башлаған эшегеҙҙе теүәлләрһегеҙ.
Читайте нас: