ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Август 2019, 13:02

Ир егеттең йәшен һорамайҙар

Йырҙың һүҙҙәре ошо көндәрҙә күркәм байрамын билдәләгән минең яҡын кешеләремдең береһенә арналған кеүек.

Ә эшләгән эшен һынайҙар
Йырҙың һүҙҙәре ошо көндәрҙә күркәм байрамын билдәләгән минең яҡын кешеләремдең береһенә арналған кеүек.
Ғәлим Ҡотлоғужин Ғәйфулла сығышы менән Шәрип ауылынан. Ул 1959 йылдың авгусында йәмле Нөгөш буйында өсөнсө бала булып донъяға тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тулы ғаиләлә йәшәү бәхете теймәй. Тәпәй баҫып тәүге аҙымдан уҡ уға, үҙенә юл һалырға тура килә. Әсәһе Әминә Ҡотлоғужинаға бер үҙе ике ҡыҙын һәм улын яңғыҙы тәрбиәләй. Ғәлим улы айырыуса аҡыллы, егәрле, ярҙамсыл булып үҫә. Ике ҡыҙ араһында үҫкәнгәме, ул бәләкәйҙән шуҡлығы һәм шаянлығы менән айырыла. 1980 йылда әрме сафына алына, Латвияла ракета ғәскәрҙәрендә водитель булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән, күҙ һалып йөрөгән шул уҡ ауыл һылыуы Әнисә Ғирфан ҡыҙына өйләнә. Уларҙың бер-бер артлы ҡыҙ, улы тыуа. Ғаилә ишәйеү менән уларға ҡалаға күсеп килергә тура килә. Хеҙмәт юлы уның һәр ваҡыт рулгә бәйле була. Ошо йылдар арауығында бар булмышын яратып башлаған һөнәренә бағышлаған, талапсан, ғәҙел ағай тәжрибә туплап, коллективта үҙ урынын таба, хеҙмәттәштәре араһында абруй яулай.
Бала - тормоштоң йәшәү мәғәнәһе, бөтә яҡлап уңған, тырыш ҡатыны менән тағы бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә улар. Һәр кем үҙ хыялы менән янып йәшәй, ә Ғәлим ағайҙың теләге йорт һалып, үҙ эшен асыу була. Бөтә хыялдары тормошҡа аша уның. Әлеге көндә ҡалала ҙур матур йорттарында олатай-өләсәй булып, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән гөрләтеп йәшәй. Эйе, кешенең нисек йәшәүенә уның ғаиләһе, йорто, балалары баһа бирә, ә Ғәлим ағайҙың тормош һәм хеҙмәт юлына барыһы ла “бишле” билдәһе ҡуйырлыҡ.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Фото архивтан.
Читайте нас: