ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
19 Август 2019, 14:51

Геройҙарса 233 кеше ғүмерен ҡотҡарған самолет экипажы рәсми рәүештә Рәсәй Геройы исемен алды

“Уральские авиалинии” пилоты Дамир Йосопов двигателе туҡтаған пассажир самолетын Мәскәү өлкәһендә кукуруз баҫыуына төшөрөп ултырта. Геройҙарса 233 кеше ғүмерен ҡотҡарған самолет экипажы рәсми рәүештә Рәсәй Геройы исемен алды.

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың Указына ярашлы, был юғары һәм маҡтаулы исемдәр экипаж командиры, пилот Дамир Йосопов менән икенсе пилот Георгий Мурзинға бирелде.
Улар үтә хәүефле хәлдә юғалып ҡалмай ҙур зыян күргән самолетты баҫыу уртаһына ултыртыуға өлгәшә. Егеттәрҙең профессионализмы һәм бәхетле осраҡ менән пассажирҙарҙың барыһы ла иҫән ҡала.
Шулай уҡ үҙҙәрен ҡыйыу тотҡан, эштәрен белеп һәм ваҡытлы башҡарған, ҡурҡыныс мәлдә паникаға бирелмәй пассажирҙарға ярҙам иткән биш бортпроводникка Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды.
Читайте нас: