ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
20 Август 2019, 13:40

Ҡомалаҡтан икмәк бешереүсе Гөлшат апай

Әлеге ваҡытта сәләмәт тормош алып барыусылар араһында сүпрәһеҙ икмәк модаға инде. Ҡоро сүпрәнән әҙерләнгәне зыянлы тигән фекер ҙә бар. Шуға ла бөгөн күптәр ҡомалаҡтан бешерелгәнгә өҫтөнлөк бирә.

Әлеге ваҡытта сәләмәт тормош алып барыусылар араһында сүпрәһеҙ икмәк модаға инде. Ҡоро сүпрәнән әҙерләнгәне зыянлы тигән фекер ҙә бар. Шуға ла бөгөн күптәр ҡомалаҡтан бешерелгәнгә өҫтөнлөк бирә.
“Тирмәкәй” магазины етәксеһе Гөлшат Федорова ғинуарҙан алы ҡомалаҡтан икмәкте үҙе бешереп һата. Бала саҡтан әсәһенән әпәй бешереүҙең серҙәрен өйрәнеп ҡалған ул. Төнгөлөккә әсетке йәки ҡамыр башы ҡуйып, иртәнге биштән туғыҙға тиклем эшен тамамлай. Мәҡәлә геройы көнөнә 15 тирәһе икмәк бешерә, магазинына алып барып һата.
Үҙ ваҡытында Гөлшат апай “Дуҫлыҡ” лагерында 18 йыл буйы шеф-ашнаҡсы булып эшләй. 2006 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Өс йылдан ашыу “Тирмәкәй” магазинын тота.
Гөлшат апай ҡоро сүпрәнән бешерелгән икмәкте зыянлы тип һанамай. Икмәк 220 градусҡа тиклем температурала бешә һәм уның бар зарарлы бактериялары үлә.
“Шулай ҙа ҡомалаҡтан бешерелгәне яҡшы. Бындай икмәк тәмлерәк була, ҡойолмай. Бынан тыш, икмәктең уңыуы бешереүсененең кәйефенәлә туранан-тура бәйле”, - ти Гөлшат Федорова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: