ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Сентябрь 2019, 17:12

Татыу ғаилә - ил ҡото

Тыуған яғыбыҙҙы күркәмләндереү именлеген һаҡлау, байлығын арттырыу өсөн ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәттә үткәргән Флүрә һәм Салауат Йәрмөхәмәтовтар 19 сентябрҙә алтын туйҙарын билдәләй.

Ғүмер аҡҡан һыу кеүек, әле генә мөхәббәт яҙы осраштырып, ярһыу даръяһында никах йортонда еткереп, бәхетле пар яҙмыш карабында оло тормош юлына сыҡһа, бөгөн ярты быуат ғүмер үтеп тә киткән.

Инде тын алышынан, күҙ ҡарашынан аңлашҡан 80-гә яҡынлашҡан инәй менән бабайҙан бәхет серен төпсөнәм. “Һүҙ менән әйткәндә уның сере ябай ғына –бер-береңә иғтибарлы, ихтирамлы булыу. Ә ғәмәлдә “тормош юлдары ҡатмарлы” тип йырҙа ла йырлана бит, ана шул саҡта үҙеңдән бигерәк эргәңдәге ғәзиз кешеңде хәстәрләү зарур. Йәшлек хис-тойғоларын һаҡларға тырышыу, яҡыныңдың ҡарашын, эшен, мауығыуын хөрмәтләү – бәхеткә юл. Һәр хәлдең ыңғай яғын күрә белеп, Аллаһ тәғәләгә рәхмәтле була белергә кәрәк. Шуға күрә ата-бабаларҙың, милләтебеҙҙең матур йолаларын һаҡлап, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү мотлаҡ”, - тип йәштәргә нәсихәтен дә еткерҙе ололар.

Эйе, хәҙерге замандағы йәшәү рәүеше, никахтар тарҡалыуына ҡараһаң, тәрбиәнең әһәмиәте ҙур икәнлегенә инанаһың. Бөгөн олоһона ла, йәшенә лә Йәрмөхәмәтовтар кеүек бәхетле ғаиләләрҙән татыу йәшәргә, йорт ҡотон һаҡларға өйрәнергә лә өйрәнергә әле. Һуғыш осоро балалары Салауатулла Миңнулла улы һәм Флүрә Хәкимйән ҡыҙының да яҙмышы еңел булмай, аҡһаҡал менән ағинәй оҙон ғүмер юлында оло тормош һабағы ала, тәжрибә туплай.

Үҙ парын табып, бәхет серен асҡан, ғаилә усағын һөйөү уты менән һаҡлаған Йәрмөхәмәтовтар ике ир азаматы үҫтерә. Атай-әсәй өсөн иң мөһиме – балалар бәхете. Оләсәй-олатай менән үҫкән бала быуындар бәйләнешен нығыта. Флүрә апай ҡәйнәһе менән 14 йыл бергә йәшәй, уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.

Бәхетле булыу өсөн, Аллаһы тәғәләгә таянып, йолаларҙы һаҡлап, ихлас күңелдән изгелектә булырға кәрәклеген үҙҙәренең тормош юлы менән иҫбатлаған ололарға тирә-яҡтағыларға өлгө булып, иҫәнлектә-һаулыҡта тағы оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.




Читайте нас: