ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
17 Октябрь 2019, 14:23

Атай абруйы

Изге йәнле, күңеле киң кешенең йөҙө нурлы була. Күпме хәтерләйем, атайым Исмәғил Яманаев яҡты ҡарашлы, яғымлы, унан һәр саҡ ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп тора. 91 йәшенә аяҡ баҫҡанда ла, иртәгәһенә өмөт менән ҡарап, Бөрйән ауылы Ғәлиәкбәр ауылында матур донъя көтә ул. Беҙ уны яратабыҙ, ғорурланыбыҙ.

Атайым Исмәғил Ғөбәйҙулла улы ғүмере буйы халыҡҡа хеҙмәт итте. 3 йыл армиянан һуң промартелдә ҡыуғында йөрөй. Түбәнге Таш ауылынан Зәйтүнә Ахун ҡыҙы менән 11 балаға лайыҡлы тәрбиә биреп, 17 ейән-ейәнсәрен үҫтерешеү, 11 бүлә-бүләсәләрен күреү бәхетенә ирештеләр.

Атайым ғәҙеллекте ярата, изге күңелле, һәр ваҡыт барыһына ла ярҙам итергә әҙер. Оҙаҡ йылдар Шүлгәнташ ҡурсаулығында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Уның намыҫлы хеҙмәте, һөнәренә тоғролоғо Башҡорт АССР-ының Юғары Советы президиумының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде.

Бынан тыш ул һәр ваҡыт яҙышырға яратты һәм район “Таң” гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе лә булды. Фәһемле мәҡәләләре, шиғырҙары республика матбуғатында ла донъя күреп торҙо.Бөгөнгә уның “Үкенерлек түгел үткәндәр”, “Тауҙарҙан бейек кеше” китаптары донъя күрҙе.Йыр-моңға ғашиҡ атайым ҡурайҙа,гармунда оҫта уйнай, ә моңло тауышы барыһын да әсир итә.

Инде 100-ҙө ваҡлаһа ла, ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй, ижади эҙләнеүн дауам итә, барыбыҙҙың тормошона йәм биреп йәшәй ул.


Читайте нас: