ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Ноябрь 2019, 18:57

Уларҙың тормошо күптәргә үрнәк

Мотай ауылында эшкә уңған, тырышып донъя көткән ауылдаштарға үрнәк булған ғаиләләр байтаҡ. Венера һәм Марсель Сабитовтар - шундайҙарҙың береһе. Сабитовтарҙың йорто бәрәкәт менән тулы, ә үҙҙәре кешеләргә бәхет өләшә, тиһәң бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Улар ярҙамсыллығы, кешелеклелеге, ихласлығы менән айырыла. Ваҡытында Марсель Ергән МТС-ында механизатор булып эшләне. Ойошма тарҡалғас та юғалып ҡалманы ул. Шәхси хужалығындағы мал-тыуарын арттырып, хәләл ефете менән ең һыҙғанып донъя көтә башланы. Ихата тултырып ҡош-ҡорт та аҫрайҙар. Ауылда эш юҡ тип, ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәҫһең уларҙың.

Мотай ауылында эшкә уңған, тырышып донъя көткән ауылдаштарға үрнәк булған ғаиләләр байтаҡ. Венера һәм Марсель Сабитовтар - шундайҙарҙың береһе.
Сабитовтарҙың йорто бәрәкәт менән тулы, ә үҙҙәре кешеләргә бәхет өләшә, тиһәң бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Улар ярҙамсыллығы, кешелеклелеге, ихласлығы менән айырыла. Ваҡытында Марсель Ергән МТС-ында механизатор булып эшләне. Ойошма тарҡалғас та юғалып ҡалманы ул. Шәхси хужалығындағы мал-тыуарын арттырып, хәләл ефете менән ең һыҙғанып донъя көтә башланы. Ихата тултырып ҡош-ҡорт та аҫрайҙар. Ауылда эш юҡ тип, ҡул ҡаушырып ултырғанын күрмәҫһең уларҙың.
Һыйыр “ағын” Боһорманға һөт ҡабул итеү пунктына тапшыралар. Башмаҡ, үгеҙен үҫтереп һаталар, уныһы ла - иш янына ҡуш ҡына. Күптән түгел бесән әҙерләү өсөн тактор, бесән сапҡыс, йыйғыс һәм башҡа ҡорамалдар һатып алып, ҡул эшен еңеләйткәндәр.
Уңғандың ҡулы унау тип, юҡҡа ғына әйтмәгәндер боронғолар. Сабитовтар ауылда үткәрелгән бөтә өмәләрҙә ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Йорт-ихатаһы ла төҙөк, өйҙәрендә ҡала фатирындағы кеүек бөтә шарт булдырған.
Оло йәштәге аталарын ҡарап, татыу донъя көтә улар. Өлкән кешегә йылы һүҙҙәрен, иғтибарын йәлләмәйҙәр. Ә ғаилә йылыһын бер нәмә лә алмаштыра алмай. Мәрхәмәтле, түҙемле парҙың атайҙарын ихлас ҡарағанына күңел ҡыуана.
Ауылыбыҙ ошондай өлгөлө, эшсән ғаиләләр менән ҡотло.
Читайте нас: