ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Ноябрь 2019, 15:44

Уңыш уңғандарға йылмая

Арабыҙҙа бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләп йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Улар үҙ тырышлығы менән мал таба, урындағы халыҡты эш менән тәьмин итә. Илгиз Ҡансияров та - заман менән бергә атлаған, шәхси эшен уңышлы алып барған тырыш, сәмле милләттәштәребеҙҙең береһе.

Арабыҙҙа бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләп йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Улар үҙ тырышлығы менән мал таба, урындағы халыҡты эш менән тәьмин итә. Илгиз Ҡансияров та - заман менән бергә атлаған, шәхси эшен уңышлы алып барған тырыш, сәмле милләттәштәребеҙҙең береһе.

Илгизде мин бала саҡтан беләм. Беҙ бер мәктәптә уҡыныҡ. Шул йылдарҙа уҡ ул етдилеге, ололарса фекер йөрөтөүе, иплелеге менән башҡаларҙан айырылып торҙо.

Бөгөн ул аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар булараҡ билдәле.

Екатеринбург хоҡуҡ институтын тамамлағандан һуң, балиғ булмағандар эше буйынса инспектор, наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлегендә өлкән инспектор вазифаларында эшләй. Шул йылдарҙа уҡ Илгиз үҙ эшен асыу, башҡаларға эш урындары булдырыу хыялы менән яна. «Барыһынан да бигерәк, кешеләргә ярҙам итеү теләге көслө ине»,- ти ул, эшҡыуарлыҡҡа тотонған йылдарын иҫләп.

Тәүәккәл егет 2008 йылда «Башҡорт детектив агентлығы»н ойошторһа, 2009 йылда уның тырышлығы менән халыҡҡа һәм ойошмаларға юридик ярҙам күрһәтеүсе “Диалог” барлыҡҡа килә. Ойошманың төп йүнәлеше күсемһеҙ милек мәсьәләләрен хәл итеүгә бәйле булһа ла, бөгөн унда халыҡ башҡа һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итә. Кемдер бурысын ҡайтара алмай йә, киреһенсә, үҙе бурыслы, берәүҙәр аҡсаһын ҡайһы банкка һалырға белмәй, васыятнамәләр һәм мөрәжәғәтнамәләр төҙөү, дәүләттән тейешле ярҙам ала алмау - халыҡты борсоған мәсьәләләр бихисап. Тормошта төрлө сетерекле хәлдәргә тарып, инде һуңғы өмөтө өҙөлөргә торғандар ярҙам эҙләп “Диалог”ҡа килә. Ундағы хеҙмәткәрҙәр кеше хәленә инеү, һөнәри хеҙмәтләндереү кеүек төп принциптарға таянып эш итә.

Үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарау, шулай уҡ эш урындарын арттырыу маҡсатын күҙ уңында тотоп, булдыҡлы егет 2010 йылда автосервис та аса. Төрлө йүнәлешле эшҡыуарлығын ул берҙәй уңышлы алып бара.

Туранан-тура кеше яҙмышына йоғонто яһаған өлкәләрҙә эшеңде яйға һалыр, кешеләрҙең ышанысын яулар өсөн үҙеңә лә күркәм сифаттарға эйә булыу мөһим. Кешелеклелек, яуаплылыҡ Илгизгә үҙе үҫкән ғаиләлә һалынған. Һәр яҡлап дөрөҫ йәшәргә ынтылған, тәртипте алға ҡуйған Вәсилә һәм Айҙар Ҡансияровтарҙың матур ғаиләһендә тәрбиәләнгән ул. Бала саҡтан атайымдың «берүк кешеләрҙе рәнйетеп ҡуйма», тигән һүҙҙәрен йыш ишетә инем, тип иҫкә ала үҙе, әле лә башҡаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға яҡын кешеләре һәр ваҡыт өндәп тора.

Тормошта йыш осраған ғәҙелһеҙлек, сәбәпһеҙ ҡыйырһытыуҙар кеүек кире күренештәр менән көрәшеү, уларҙы саҡ ҡына булһа ла кәметеү маҡсатында һайлаған юрист һөнәренә лә атаһы өлгөһөндә килә Илгиз, сөнки Айҙар ағай үҙе лә заманында хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәт иткән кеше, улына һәр яҡтан үрнәк булып тора.

Ата-әсәһе һалған матур тәрбиәне, әҙәпте мираҫ итеп ҡабул иткән һәм шул аманатҡа тоғро ҡалған егет үҙе лә күркәм ғаилә ҡороуға өлгәшкән. Хәләле Гөлнара Йәһүҙә ҡыҙы ҡаланың үҙәк китапханаһында бүлек мөдире булып эшләй. Ҡансияровтар ғаиләһендә өс бала үҫә. Ҡыҙҙары Гүзәл инглиз телен үҙләштерә, рәсем төшөрөүгә маһир. Морат иһә атаһынан күрмәксе, спортҡа ылыға. Ул биш йәшенән дзюдо, самбо менән шөғөлләнә. Кинйәләре Уралға бары ике йәш ярым.

Балаларының рухлы, үҙ милләтенә файҙалы кешеләр булып үҫеүен теләй атай кеше, шуға ла уларҙың шөғөлдәрен хуплап, төрлө түңәрәктәргә йөрөтә.

Илгиз менән аралашҡан саҡта шуға иғтибар иттем: ни хаҡында ғына һүҙ башлама, уның һәр мәсьәләгә үҙ ҡарашы, төплө фекере бар. Сабыйҙарҙы тәрбиәләүгә килгәндә лә, уның һәр һүҙендә атайҙарса уйланыу, хәстәр һәм уларҙы ҡурсыу ярылып ята.

Башҡорт бизнесменынан киләсәктә уның үҙе кеүек алдынғы ҡарашлы балалар үҫтереүҙә кәңәштәр ишеткем килде. «Уларҙы артыҡ баҫып, тыйып үҫтереү кәрәкмәй»,- ти Илгиз, - милләтебеҙ киләсәген маҡсатлы, рухлы вәкилдәр ҡулында күрергә теләһәк, артыҡ тыйыуҙан да тыйылырға кәрәк буласаҡ, тәрбиәлә лә сама белеү зарур».

Эшҡыуарлыҡта үҙ урынын табыуға өлгәшкән милләттәшебеҙ был ҡатмарлы өлкәгә килеү өсөн, тәү сиратта, ҡурҡыуҙы еңергә һәм тәүәккәлләргә кәрәк, тип белдерә, ә инде һайлаған йүнәлештең серҙәренә төшөнөү, эшмәкәрлегеңде дөрөҫ итеп алып барыу өсөн үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләргә кәрәклекте лә йәшермәй. Ул үҙе бизнесҡа ҡағылышлы, эшҡыуарлыҡ ҡағиҙәләрен туплаған китаптар уҡый, белемен камиллаштыра, спорт менән шөғөлләнә. Рух һәм ихтыяр көсөн дә шул рәүешле нығыта. Уңышы һәм табышы үҙ эшмәкәрлегенә генә бәйле өлкәлә эшләгән замандашыбыҙҙы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәүсе тип ҡабул итергә ярамай, сөнки Илгиз Айҙар улы милләтебеҙ яҙмышына, телебеҙгә ҡағылышлы хәлдәргә битараф түгел, киләсәгебеҙ өсөн борсола һәм беҙгә, милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе ойошмалар булдырырға, буйҙаҡтар мәсьәләләрен хәл итеүҙә димсе клубтарын тергеҙергә кәрәклекте аңлай.

Ул үҙе Башҡортостан республикаһының “Яугир” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының вәкиле булып тора. Был ойошма киләсәк быуында илһөйәрлек, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың тарихын, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҡағылышлы бик күп эш башҡара. Балалар ҡатнашлығында уҙған сараларҙы уҙғарыу өсөн йыш ҡына бағымсы ярҙамы ла күрһәтә йәш эшҡыуар.

Алдынғы ҡарашлы, тәүәккәл замандашыбыҙ ғүмерен кешеләр өсөн файҙалы итеп үткәреүҙе маҡсат итеп алған. Арабыҙҙа уның кеүектәр күберәк булһын ине, сөнки халҡыбыҙ тап шундай шәхестәре менән көслө.
Читайте нас: