ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
22 Ноябрь 2019, 13:07

Донъя ҡото - әсәйем

Әсәй. Ниндәй яғымлы, матур һүҙ! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙгә йылылыҡ, наҙ, изгелек һыйған. Ҡәҙерле кешебеҙ булғанға ғына донъябыҙ яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек. Ауыр саҡта иһә әсәйҙе күҙ алдына килтереү менән бөтә ҡыйынлыҡтар юҡҡа сыҡҡандай була.Минең әсәйем Мөкәрәмә Ҡырымсурина Мәләүез районының йәмле Нөгөш буйында урынлашҡан Шәрип ауылында игеҙ һыңары булып донъяға килә.

Әсәй. Ниндәй яғымлы, матур һүҙ! Ошо ҡыҫҡа ғына һүҙгә йылылыҡ, наҙ, изгелек һыйған. Ҡәҙерле кешебеҙ булғанға ғына донъябыҙ яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек. Ауыр саҡта иһә әсәйҙе күҙ алдына килтереү менән бөтә ҡыйынлыҡтар юҡҡа сыҡҡандай була.

Минең әсәйем Мөкәрәмә Ҡырымсурина Мәләүез районының йәмле Нөгөш буйында урынлашҡан Шәрип ауылында игеҙ һыңары булып донъяға килә.

Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә.

Өләсәйебеҙ яңғыҙы алты бала тәрбиәләгәс, бөтә ауыр эш әсәйем иңенә төшә. Урмандан утын алып ҡайтыу, Нөгөштән һыу ташыу, үҙенән кескәй туғандарын ҡарау булһынмы - бер эштән дә сирҡанып тормай ул. Өләсәйгә эйәреп фермаға ярҙам итергә лә йөрөй. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Салауат ҡалаһында егеттәргә генә хас иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыға. Тыуған ауылына ҡайтып, Нөгөш колхозында эш башлай. Кем генә булып эшләмәй ул: иретеп йәбештереүсе лә, һауынсы ла, быҙау ҡараусы ла була. Утыҙ алты йыл ғүмерен колхоз эшенә бағышлай.

1969 йылда тормош юлын атайым Баязит Ҡырымсурин менән бәйләп, бына инде 50 йыл бергә ғүмер итәләр. Беҙгә - дүрт ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирә улар. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙ аллы тормош көтәбеҙ. Ҡәҙерле кешеләребеҙҙең 12 ейән-ейәнсәре һәм бер бүләһе бар. Балаларының һәр ҡайһыһына күңел йылыһы биреп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәй яҡындарыбыҙ.

Әсәйебеҙҙең бешергән ризыҡтары телде йоторлоҡ тәмле, бәйләгән бейәләй - ойоҡбаштары йомшаҡ, йылы, ә үҫтергән гөлдәре күҙҙең яуын алырлыҡ матур.

Өйөбөҙҙөң йәме, донъябыҙҙың ҡото булған ҡәҙерле кешемдең киләсәк көндәре өмөт менән тулы, ғүмере шатлыҡ-һөйөнөстәргә бай булһын ине. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткәндәренә үкенмәй, балаларының игелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын уға. Хоҙай сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Әсәкәйебеҙ булғанға тормошобоҙ йәмле, йәнле, уның фатихаһы менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты.

Беҙгә бағышланған йоҡоһоҙ төндәре, бөтмәҫ хәстәре өсөн рәхмәтлебеҙ ғәзиз кешебеҙгә. Изгелегең алдында баш эйәбеҙ, әсәй!
Юлиә ҠОТЛОБАЕВА,

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: