ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Декабрь 2019, 19:26

Ләйсән Фәйзуллина: “Ауырырға ваҡыт юҡ”

Гәзитебеҙҙең сираттағы конкурсын иғлан иткәс, яғымлы ғына тауышлы ҡатын шылтыратты.”Көнгәк батыры”нда улын ҡатнаштырыу теләген белдерҙе. Алты йәшлек бала тураһында яҙыр өсөн ата-әсәһенең ризалығын алырға кәрәк: редакцияға саҡырҙым. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы килә алмайым. Беренсе төркөм инвалидымын, паралич һуҡты. Аллаға шөкөр, бер ҡулым, телем, башым яҡшы эшләй. Телефондан һөйләшә алам”, - тигән яуап алдым. Йәш ҡатындың шул хәлдә ҡалыуына ҡайғырып, күңел аша үткәреп, осрашҡанда әйтер һүҙҙәремде уйлап юлға сыҡтым. Нисек итеп кеше күңеленә юл табырмын, ярҙам ҡулы һуҙып булырмы, ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатырмын, тигән борсоулы уйҙар башымда ҡайнаны.

Гәзитебеҙҙең сираттағы конкурсын иғлан иткәс, яғымлы ғына тауышлы ҡатын шылтыратты.”Көнгәк батыры”нда улын ҡатнаштырыу теләген белдерҙе. Алты йәшлек бала тураһында яҙыр өсөн ата-әсәһенең ризалығын алырға кәрәк: редакцияға саҡырҙым. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы килә алмайым. Беренсе төркөм инвалидымын, паралич һуҡты. Аллаға шөкөр, бер ҡулым, телем, башым яҡшы эшләй. Телефондан һөйләшә алам”, - тигән яуап алдым.
Йәш ҡатындың шул хәлдә ҡалыуына ҡайғырып, күңел аша үткәреп, осрашҡанда әйтер һүҙҙәремде уйлап юлға сыҡтым. Нисек итеп кеше күңеленә юл табырмын, ярҙам ҡулы һуҙып булырмы, ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатырмын, тигән борсоулы уйҙар башымда ҡайнаны.
“Кусачка, шым!” - ләүкелдәп өргән этен хужаларса әрләй-әрләй, сыбыҡ менән ҡыуып, бәләкәй генә бала мине шәхси йорт алдында ҡаршыланы. (“Йәнһүрәттәге эттең ҡушаматын бар балалар ҙа үҙ итә, ахыры”, - тип уйлайым.)
Асыҡ, алсаҡ, йылмайып ҡаршы алған Ләйсәнде күргәс, бар ауыр уйҙарым осоп юҡҡа сыҡты. Хәл-әхүәл белешкән арала улы Самир тиҙ генә әсәһе ултырған колясканы өлкәндәрсә етеҙ генә төпкө бүлмәгә индерҙе, яҡтылыҡ тоҡандырҙы. Бәләкәй генә баланың бар булмышынан әсәһе тураһында ҡулынан килерҙәй хәстәрлекте үҙ иңенә алғанлығы күренеп тора.
Ләйсән Мәргән ҡыҙы Тимерғәли Фәйзулла улы менән матур итеп ғаилә ҡорған. Ҡыҙҙары Лианаға - 24 йәш. Самир - көтөп алынған бала. Бәлә аяҡ аҫтында, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит, матур итеп донъя көтөп ятҡанда йәш ҡатын шундай фажиғәгә тарыған. Ләйсән тормошон ике өлөшкә бүлгән ауыр хәлде һөйләмәй, иҫенә төшөрөргә яратмай. Көслө рухлы ҡатын тормош һынауына бирешмәй. Бар булмышын улы Самирҙы тәрбиәләүгә арнай. “Интернет, телевизор баланы тәрбиәләүҙә ҡамасау ғына булыр, тип уйлайым”, - ти ул. (Самирҙың уңыштары тураһындағы мәҡәләне интернет селтәрендә , https://kungak.rbsmi.ru/articles/khal-yby-yolalary/s-k-yem-y-sh-gen-/?sphrase_id=752153 һылтанмаһы аша, шулай уҡ гәзитебеҙҙең яңы йыл номерында уҡырһығыҙ.)
Бар һаны теүәл, әммә ләкин үҙҙәрен был донъяла бәхетһеҙ тип һанаған, толҡа, тормош йәме тапмайынса эскелек юлына баҫҡан, эш һөймәгән, күңелдәре ғәрип әҙәмдәрҙе күрһәм, етәкләп Ләйсән янына алып барғым килә. Бәлки, улар йәшәү дәрте, көс алырҙар кеүек тойола миңә.
Читайте нас: