ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
3 Декабрь 2019, 16:32

Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен

Ошо көндәрҙә Һыртлан ауылында йәшәүсе Мурат Жамалетдин улы Тажибаев үҙенең күркәм юбилейын - 55 йәшен билдәләне. Әҙ ҙә, күп тә ғүмер кисерелгән һымаҡ, әммә йәшәлгән һәр көнө уның үкенерлек түгел.


Ошо көндәрҙә Һыртлан ауылында йәшәүсе Мурат Жамалетдин улы Тажибаев үҙенең күркәм юбилейын - 55 йәшен билдәләне. Әҙ ҙә, күп тә ғүмер кисерелгән һымаҡ, әммә йәшәлгән һәр көнө уның үкенерлек түгел.
Үзбәкстандан ҡайтыуына ла, тормош иптәше Гөлсиәһе менән йәшәүҙәренә лә сирек быуат ваҡыт үтеп киткән. Егәрлеләрҙең донъялары гөрләп тора, балалары үҙаллы йәшәй, эшләй. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре үҙҙәренә пар һайлай. Әйткәндәй, Мурат һөйгәненең күп балалы икәненә ҡарап, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай - тоғро иптәше, таянысы, ярҙамсыһы, кәңәшсеһе була. Ауылда ул өлгөлө атайҙар исемлегендә, ейән-ейәнсәрҙәр тип өҙөлөп тора, донъяһы ла теүәл.
Мурат менән Гөлсиәнең өйҙәре гөрләп тора: балаларының кейәү-килендәр менән парлашып, үҙ ғаиләләре менән атай, әсәйгә ҡайтыуы үҙе оло бәхет түгелме? Юбилей табынында ла йорт хужаһын иҫтәлекле көнө менән тәбрикләргә тип барыһы ла бай табын артына йыйылды. Бүләк бүләк урынында, ә йөрәк аша әйтелгән һәр ҡотлау, рәхмәт һүҙҙәре, теләктәр Мурат өсөн бик тә ҡәҙерле. Иң мөһиме шул: үҙенекелергә генә түгел, сит балаларға ла атай була алыуы, улар араһында абруй, ихтирам ҡаҙаныуы ҡыуаныслы. Ошонда кешеләр арабыҙҙа күберәк булһын ине тигән теләктә ҡалам мин.

Читайте нас: