Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
10 Декабрь 2019, 16:21

Бәхет сере - татыулыҡта

Ауылға ҡот, йәм биреп торған йортҡа барып инеү менән ихласлыҡҡа, алсаҡлыҡҡа сорналдым. Әйтерһең дә, уның мөләйем, яғымлы хужалары менән күптән танышмын. Була бит ул шундай кешеләр, тәү ҡараштан, аралашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ улар менән ниндәйҙер күҙгә күренмәгән бәйләнеш барлыҡҡа килә, һөйләшер һүҙ ҙә еңел генә ялғанып китә.Ярты быуат ғүмер бер-береһенә терәк-таяныс булып, үҙҙәренең татыулыҡтары менән күптәрҙе һоҡландырып, көнитмеше менән башҡаларға өлгө булып ғүмер кисергән пар Рәхилә һәм Әхмәҙулла Иҫәновтар - Әбет ауылының хөрмәтле кешеләре.

Ауылға ҡот, йәм биреп торған йортҡа барып инеү менән ихласлыҡҡа, алсаҡлыҡҡа сорналдым. Әйтерһең дә, уның мөләйем, яғымлы хужалары менән күптән танышмын. Була бит ул шундай кешеләр, тәү ҡараштан, аралашыуҙың тәүге минуттарынан уҡ улар менән ниндәйҙер күҙгә күренмәгән бәйләнеш барлыҡҡа килә, һөйләшер һүҙ ҙә еңел генә ялғанып китә.

Ярты быуат ғүмер бер-береһенә терәк-таяныс булып, үҙҙәренең татыулыҡтары менән күптәрҙе һоҡландырып, көнитмеше менән башҡаларға өлгө булып ғүмер кисергән пар Рәхилә һәм Әхмәҙулла Иҫәновтар - Әбет ауылының хөрмәтле кешеләре.

Рәхилә апай сығышы менән Байегет ауылынан. Йомағужала мәктәпте тамамлағас, Өфө кооператив техникумына уҡырға инә. Әсәһе түшәккә ятҡас, уны тәрбиәләгән ҡыҙға уҡыуын ситтән тороп тамамларға тура килә. Атаһы ла һуғыштан һыңар ҡулһыҙ булып ҡайта уның.

Әхмәҙулла ағай ил алдындағы хәрби бурысын Семипалатинск ҡалаһының атом полигонында үтәй. Уның хеҙмәте бихисап миҙалдар менән баһалана.

1969 йылда йәштәр ғаилә ҡора. Улар икеһе лә сауҙа өлкәһендә эшләй. Ике балалары тыуа. Ҡыҙҙарына өс, улдарына йәш ярым булғанда, ғаилә алыҫ Себер тарафтарына юллана. Егерме биш йыл ғүмерҙәре шунда уҙа. Сит ерҙә лә һынатмай тырыш, сәмле Иҫәновтар, ҙур йорт төҙөйҙәр, икеһе лә ситтән тороп урман хужалығы техникумын тамамлай. Рәхилә апай үҙен шул өлкәгә, ә Әхмәҙулла ағай нефть сығарыу эшенә бағышлай.

Тыуған тупраҡтың тартыу көсө бар, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан ерҙәре Иҫәновтарҙы ла үҙенә тарта. 1998 йылда улар Әхмәҙулла ағайҙың тыуған ауылына, Әбеткә ҡайтып төпләнә. Егәрле булыуҙары, тырышлыҡтары менән дан алған пар үҙ көстәре менән ҙур йорт һалып сыға. Гөрләтеп донъя көтөп, мал, ҡош-ҡорт аҫырап, баҡса үҫтереп йәшәй.

Үҙҙәре кеүек эшһөйәр, намыҫлы балалар үҫтерә улар. Ҡыҙҙары Зилә ғаиләһе менән Себерҙә төпләнгән. Ул һөнәре буйынса врач, холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләй. Ире менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, юғары белем биргәндәр.

Улдары Свердловск өлкәһендә тормош көтә. Уҡыуға, ғилемгә ынтылышлы егет ике юғары белемгә эйә. Етәксе вазифаһын башҡара. Уның ғаиләһендә бер ул тәрбиәләнә. Салауат ғаиләһе менән ата-әсәһе янына йыш ҡайтып йөрөй. Тыуған яғын ярата, уның хозур тәбиғәтенә һоҡлана, йыш ҡына, беҙҙәге кеүек матурлыҡ бер ҡайҙа ла юҡ, тип ҡабатлай.

Әлеге көндә Рәхилә апай менән Әхмәҙулла ағай балалар, ейәндәр хөрмәтендә ғүмер кисерә. Үҙҙәренән йыраҡта йәшәһәләр ҙә, ата-әсәһен хәстәрләп кенә тора улары, ҡайта алмаған саҡтарында, хәлдәрен белешеп, яйы тура килгән һайын бүләктәрен, күстәнәстәрен ебәрә.

Рәхилә апай - дин юлында. Матурлыҡҡа ғашиҡ кеше ул. Гөл-сәскәләр үҫтерә. Ҡыш миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, тәҙрә төптәрендә шау сәскәгә күмелеп ултырған миләүшә, орхидея, азалиялары хаҡында яратып һөйләй, ихлас күңелдән уларҙы тәрбиәләү серҙәре менән бүлешә. Йәйҙәрен баҡсаһында ла төрлө-төрлө сәскәләре, бигерәк тә раузалары күҙҙең яуын алып ултыра. Ҡул эштәренә лә маһир хужабикә, шәл, йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй. Әүҙем тормош менән йәшәгән апай районда үткән сараларҙан ситтә ҡалмай. Булдыҡлы, тырыш кешене тормош юлдашы итеп һайлап, ышаныслы һәм тоғро ир менән ғүмер кисереүенә риза Рәхилә апай.

Тәү ҡарашҡа артыҡ етди күренгән, аҙ һүҙле Әхмәҙулла ағай, хәләленең һүҙенә ҡыҫылып бармай, ара-тирә мәрәкәселлегенә барып, тормоштарындағы төрлө ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫләп, беҙҙе көлдөрөп, кәйефте күтәреп ебәрә. Унан апай менән икәүләшеп йәшлек хәтирәләрен барларға тотоналар.

Ярты быуат ғүмер... Аҙмы ул, күпме кеше өсөн? Бер-береһен аңлап, һанлап йәшәгәндәр өсөн күп тә түгелдер, моғайын. Йәшлектә биргән вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, хистәрен сайпылдырмай, донъяларының ҡотон, йөрәктәренең утын һаҡлап, парлашып йәшәгәндәр генә, бәхет серен татыулыҡта күргән, бер-береһенә иғтибарлы һәм ихтирамлы Рәхилә һәм Әхмәҙулла Иҫәновтар кеүек һоҡланғыс ғүмер юлы үтә ала.
Читайте нас: