ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Февраль 2020, 18:40

Яҙмыш - һикәлтәле юл

Эшемдең ыңғай яғы шул: халыҡ араһына йыш сығып, кеше менән аралашыу миңә ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо бирә. Кемдеңдер яҙмышын бәйән иткәндә, халыҡ, милләт яҙмышы, тарихы менән ни тиклем ауаздаш булғанына хайран ҡалаһың.

Эшемдең ыңғай яғы шул: халыҡ араһына йыш сығып, кеше менән аралашыу миңә ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо бирә. Кемдеңдер яҙмышын бәйән иткәндә, халыҡ, милләт яҙмышы, тарихы менән ни тиклем ауаздаш булғанына хайран ҡалаһың.
Һәр кешенең яҙмышы - үҙе бер китап, тиҙәр. Ташлыкүл ауылы ағинәйе, 80 йәшлек Гөлсөм Сәлимованың өлөшөнә тура килгән яҙмыш ҡалын томлыһына тап килер ине.
Тормош мәктәбе
  • Иҙел аръяғында урынлашҡан Иҫке Муса ауылында атай-әсәйемдең берҙән-бер балаһы булып үҫтем. Манараһы бәреп төшөрөлгән мәсет бинаһын мәктәпкә әйләндерҙеләр, шунда дүрт класс бөтөрҙөм. Өҫкә кейергә кейем юҡ, бер бишмәттә ҡыш үткәрергә тура килде, һыуыҡ үткәреп, бер йыл сирләп тә яттым. Аҙаҡ Мәләүезгә йөрөп уҡыным.
  • Заманында Иҫке Мусала дүрт мәсет булған. Совет заманында мәктәптә уҡытыусы Ғәбделхай ағай: “Ҡайҙа ул Алла: ерҙәме, күктәме?” - тип, уның юҡлығын күндерергә тырышты. “Аллаһы тәғәлә барҙыр, берҙер, һис бер тиңдәше, оҡшашы юҡтыр” тигән һүҙҙәрҙе эстән генә әйт”, - тип өйрәтә торғайны өләсәйем. Иллене уҙғас, ҡала мәсетендә дини белем алдым. Көн дә биш тапҡыр намаҙ уҡыйым, бер көн дә ураҙамды ҡалдырғаным юҡ.
    Әҙәм эштә һынала
    • Мин үҫкән заманда колхозда помидор, ҡыяр, кишер үҫтерҙеләр. Иҙелдең бөгөлөндә генә ҡауын, ҡарбуҙ ҙа сәсә торғайнылар. Үрсетмәләрҙе балсыҡ, тиреҫтән үҙебеҙ әүәләгән көршәктәрҙә үҫтерҙек. Шаулап үҫеп ултырыр ине йәшелсәләр. Һуғыштан ҡайтҡан сулаҡ Ҡотләхмәт Шәйәхмәтов баҡсасы булып эшләне. Көҙөн ҡарбуҙ-ҡауынды баҙарҙа һатабыҙ. Колхоздың бар килеме шул булды. Барыһын да ҡарап өлгөрөп булмай, малай-шалай арбанан сәлдерә торғайны. Торараҡ һарыҡ , һыйыр үрсеттеләр.
    • Ун ике йәштән эштән ҡалманым. Сөгөлдөрөн дә утаныҡ, бер кешегә өс гектар ер тура килә, шытмаған урынына күсереп тә ултырттыҡ. Көҙөн, үлсәү булмағандыр инде, машина кузовына йәшникләп тейәй торғайныҡ.
      “Таяҡ”ҡа эшләнек, ә икмәге лә, шәкәре лә, һабыны ла кәрәк. Әсәйем, ферманан ҡайта ла, бәйләгән миндектәрен көйәнтәгә элеп, тура юлдан ҡалаға һатырға сыға ине. Ҡышын шәл бәйләп һаттыҡ.
      Фермала һарыҡ та ҡараным, хаҡлы ялға сыҡҡас (колхоздың ат үрсеткән йылдары ине), бейә һауҙым, ҡымыҙ бештем. Башҡорт тоҡомло аттар һөтлө була торғайны. Ат ҡараусы Рәфҡәт Шаһимырҙанов бәйләргә таяу эшләп бирҙе.
      Ауырлыҡтарҙа сыныҡҡан яҙмыш
      - Ул осорҙа ғаиләлә ҡыҙҙар киләсәген атай хәл итә ине. Сөгөлдөр утағанда уҡ миңә күҙ атып йөрөгән Рәшит Фәйзулла улы әйттерергә килгәс, 18 йәштә кейәүгә бирҙеләр. “Үҙем 36 йыл әбей менән йәшәнем, бирмәйем ҡыҙымды”, - тип ныҡышып ҡараған булды әсәйем. Хәҙерге ошо аш-һыу бүлмәһе кеүек бәләкәй генә биш тәҙрәле өйҙә ике ҡәйнә, ҡайынһеңлем (иренең һеңлеһе) Ғәшүрә менән йәшәнек. Яҙмышым шулай ҡушҡандыр инде, өс тиҫтә йылдан ашыу әбейҙе, аҙаҡ әсәйемде ҡараным.
      58 йыл бергә тормош көткән иптәшемдең, бауыр аҫтында йөрөткән Флүр улымдың сәскә атҡан ваҡытында баҡыйлыҡҡа күсеү ҡайғыһын кисереү йөрәгемде һыҙа.
      Ирҙе тотҡан - ҡатын. Йәш ғаиләләргә әйтер һүҙем шул. Тормош иптәшем менән биш бала үҫтерҙек. Мең шөкөр, уларҙың һәр ҡайһыһын тормош алып барырлыҡ һөнәрле, белемле итә алдыҡ. Барыһы ла эшсән, тырыш. Ғаилә ҡорҙолар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерәләр. Барыһы ла хөрмәт итә, шуға һөйөнөп йәшәйем.
      Гөлсөм Нурый ҡыҙын тормош бала саҡтан бөгөнгә тиклем күп һынаған. Ә ул Аллаһы Тәғәлә ярҙамында барыһын да кисерер көс тапҡан.
      Читайте нас: