ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
4 Март 2020, 19:50

Ҡәҙерле кешебеҙгә рәхмәт һүҙҙәре

Атай... Ябай һәм ҡыҫҡа ғына һүҙ. Ошо һүҙгә беҙҙең бала саҡтың иң бәхетле һәм шатлыҡлы мәлдәре сорналған. Атай тиһәк, күҙ алдына ел-дауылдарҙан ышыҡлаған мәғрур ҡая, тамырҙарын ҡолас йәйеп ныҡ торған имән ағасы күҙ алдына килә. Бындай күҙҙаллауҙы беҙҙең атайыбыҙ Зәки Ишһарин көслө терәк булыуы менән күңелгә һеңдергәндер.

Атай... Ябай һәм ҡыҫҡа ғына һүҙ. Ошо һүҙгә беҙҙең бала саҡтың иң бәхетле һәм шатлыҡлы мәлдәре сорналған. Атай тиһәк, күҙ алдына ел-дауылдарҙан ышыҡлаған мәғрур ҡая, тамырҙарын ҡолас йәйеп ныҡ торған имән ағасы күҙ алдына килә. Бындай күҙҙаллауҙы беҙҙең атайыбыҙ Зәки Ишһарин көслө терәк булыуы менән күңелгә һеңдергәндер.
Ҡәҙерле кешебеҙ яҙҙың беренсе көнөндә донъяға ауаз һала. Уның бала сағы Мәләүез районы Үрге Юлдаш ауылында уҙа. Атаһы Зәйни Миһран улы һуғыш юлын үтеп, ауылда етәксе вазифаларында эшләй, әсәһе Хәнифә лә ғүмерен колхозды үҫтереүгә бағышлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олатайыбыҙ һуғышта алған яраларҙан һауыға алмай, атайыбыҙға 7 йәш булғанда яҡты донъянан китеп бара. Әсәһе 4 бала менән яңғыҙ ҡала. Шул ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, өләсәйебеҙ балаларын аяҡҡа баҫтыра, оло тормош юлына сығара.
Атайым, әрме хеҙмәтен уңышлы үтәп ҡайтҡас, ең һыҙғанып эшкә тотона. 1988 йылда ғүмерлек мөхәббәтен, тормош иптәшен, беҙҙең әсәйебеҙ Гөлсирә Ғиниәт ҡыҙын осрата. Оҙаҡҡа һуҙмай, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. Һөйөү емештәре булып беҙ өс балаһы - Регина, Руфина һәм Айҙар - тыуа. Беҙҙе мөхәббәттә, яҡлап-һаҡлап үҫтерҙеләр, бәхетле бала саҡ бүләк иттеләр. Һәр беребеҙгә белем,тәрбиә биреп, оло тормошҡа сығарҙылар. Бөгөн дә бар яҡлап ярҙам итергә тырышалар, йылы һүҙен, кәңәшен йәлләмәйҙәр.
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» мәҡәле беҙҙең атайыбыҙға тап килә. Ул үҙен төрлө өлкәлә һынай, кем генә булып, ҡайҙа ғына эшләһә лә, бурысына намыҫлы һәм яуаплы ҡарай, ихтирам яулай. 1999 йылдан алып бына 21 йылдан ашыу Салауат ҡалаһының «Электр селтәрҙәрендә» водитель.
Ял, байрам көндәре етеү менән беҙ тыуған йортобоҙға ашҡынып ҡайтабыҙ, сөнки атай-әсәйебеҙ беҙҙе түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Атайыбыҙ - урамдың йәме, ҡояшы. Ул булғанда беҙ яҡлаулы ла, һаҡлаулы ла. Ейәндәре Асҡар менан Аслан да уны сикһеҙ ярата.
Атай, бөгөн - һинең тыуған көнөң. Һиңә ни әйтһәк тә аҙ һымаҡ. Үҙ ғүмерендә һин шаҡтай ауыр, һикәлтәле юлдар уҙып, күпте күреп, күпте кисерһәң дә, йәш көйө һаҡланғанһың. Артабан да әсәйебеҙ менән тигеҙ ғүмер итергә яҙһын.
Регина ИШҺАРИНА.
Читайте нас: