ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
6 Март 2020, 16:58

"Риза булып йәшәүгә ни етә!"

Районыбыҙҙа әүҙем тормош алып барыусы, эшһөйәр ағинәйҙәр байтаҡ. Шуларҙың береһе - Аптраҡ ауылынан Рәйсә Зәйнәғәбдинова.

Районыбыҙҙа әүҙем тормош алып барыусы, эшһөйәр ағинәйҙәр байтаҡ. Шуларҙың береһе - Аптраҡ ауылынан Рәйсә Зәйнәғәбдинова. Ете тиҫтәне ашатлап үткән инәйҙең тик ултырғанын һис күрмәҫһең - йә ағинәйҙәр ойошмаһы менән төрлө сараларҙа ҡатнаша, йә “Аҫылташ” фольклор ансамбле составында конкурстарҙа, концерттарҙа сығыш яһай, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, баҡса үҫтерергә лә ваҡыт таба, мал-тыуар тәрбиәләй.
Күрше Бельский ауылы ҡыҙы ярты быуат элек Аптраҡҡа килен булып төшкән. Иптәше Шәкүр Зәйнәғәбдинов менән Мораҙым һәм Миләүшә исемле матур балаларға ғүмер бүләк итеп, лайыҡлы тәрбиә биргәндәр. Хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында, мәктәптә, колхозда ашнаҡсы булып үтә Рәйсә инәй. Бөтә ил матди ҡыйынлыҡтар кисергән ваҡытта ла юғалып ҡалмай - 20 йылдан ашыу Мәләүез баҙарына үҙ ихатаһында етештергән һөт, емештәрҙе, төндәрен күҙ нурҙарын һалып бәйләгән шәлдәрҙе килтереп һатыу итә, тормош иптәше типһә тимер өҙөрлөк саҡта вафат булғас та ғаиләһен етеш тормошта йәшәтеү өсөн бар көсөн һала.
Бөтмөр хужабикә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да һәр көнөн ниндәйҙер файҙалы эшкә бағышлай. Мәләүез мәсетендәге мәҙрәсәлә уҡып сыға, социаль яҡлау идаралығы аша компьютер курстарында белем ала, милли кейемдәр, ҡашмау, түшелдерек тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй. 70 йәше тулғас күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, беренсе тапҡыр самолетта оса, әхирәте менән Ҡырым ярымутрауының ете ҡалаһына сәйәхәт ҡылалар.
- Һәр тыуған көнгә ҡыуанып, булған бәрәкәтемә, һаулығыма риза булып йәшәйем, - тип бүлешә әүҙемлек серҙәре менән әңгәмәләшсем. – Балаларымды ярҙамымдан, улар мине ихтирамдарынан ҡалдырмай, ейән-ейәнсәрҙәрем, хәҙер инде бүләсәрем ҡыуандырып үҫеп килә. Йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алам, сөнки йортомдо йәмләп балалар ялға йыйыласаҡ.
Рәйсә инәй яҡындарын көтөп ала. Бер тик ултырмай: һөт ризыҡтарынан төрләй, баҡса сезонына әҙерләнә, ҡаҙ, өйрәк, бройлер себештәрен алырға йыйына. “Ихатамда 100 баштан да кәм ҡош-ҡорт тотмайым”, - ти ул.
Ысын мәғәнәһендә, Рәйсә Зәйнәғәбдинова “хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн үҙ тормошо, тырышлығы менән раҫлай.
Читайте нас: