Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Март 2020, 17:35

«Һәр кеше үҙ эшенең оҫтаһы була ала»

Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Был мәҡәл Радик Әминов кеүектәргә тулыһынса тап килә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан бизнес өлкәһендә ярайһы ғына тәжрибә туплап өлгөргән Радик - Мәләүез егете.

Ҡаланың 4-се мәктәбендә, һуңынан механика-технология техникумында (хәҙерге күп профилле һөнәри белем биреү колледжы) механик һөнәренә уҡый, К. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технология һәм идаралыҡ университетының Мәләүез филиалын тамамлай.
Студент сағында уҡ ул үҙ көсө менән аҡса табыу, шәхси эш асыу хаҡында хыяллана. Университетта уҡығанда бер ойошмаға водитель булып урынлаша. Шул ваҡытта уға атаһы бик кәрәкле һәм егеттең артабанғы яҙмышын хәл итерҙәй кәңәшен бирә. «Ҡул эшенә тотонорҙан алда баш менән эшләргә өйрән”, - ти Рим ағай. Радик иһә ваҡытында әйтелгән ошо һүҙҙәр өсөн яҡын кешеһенә әле булһа рәхмәтле.
Шулай итеп, 2009 йылда аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары магазины, һуңыраҡ иһә йөк ташыуҙы ойоштороусы «УралТрансСервис» ойошмаһы барлыҡҡа килә. Ул республикала ғына түгел, Себер яҡтарында ла йөк ташыу менән шөғөлләнә. Радиктың ике-өс йылы һыуыҡ тарафтарҙа эшләп үтә. Ул үҙен башҡа төрлө өлкәләрҙә лә һынап өлгөрә...
Дауамы гәзиттең киләһе һанында.
Читайте нас: