Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
23 Март 2020, 19:24

Уңыш булдыҡлылар ҡулында

Аҡыллы, тәрән фекерле, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған кешеләр менән аралашыу оҡшай миңә. Улар үҙҙәрен кемдер уйлап тапҡан сиктәр, яҙылмаған ҡағиҙәләр менән ирекһеҙләмәй, шуғалыр ҙа, донъяны ҡабул итеүҙәре лә башҡасараҡ була. Бер урында тапанып тормай, килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп, ҡуйған маҡсатына табан атлай һәм башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәй ундайҙар. Тәүәккәл, алдынғы ҡарашлы һәм үҙҙәренә генә хас зауығы булғандар менән аралашҡанда, үҙең дә һиҙмәҫтән, тормошто бөтөнләй икенсе яҡтан асаһың, күп һорауҙарыңа яуап та табыла.

Аҡыллы, тәрән фекерле, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылған кешеләр менән аралашыу оҡшай миңә. Улар үҙҙәрен кемдер уйлап тапҡан сиктәр, яҙылмаған ҡағиҙәләр менән ирекһеҙләмәй, шуғалыр ҙа, донъяны ҡабул итеүҙәре лә башҡасараҡ була. Бер урында тапанып тормай, килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп, ҡуйған маҡсатына табан атлай һәм башҡаларҙы ла үҙ артынан әйҙәй ундайҙар. Тәүәккәл, алдынғы ҡарашлы һәм үҙҙәренә генә хас зауығы булғандар менән аралашҡанда, үҙең дә һиҙмәҫтән, тормошто бөтөнләй икенсе яҡтан асаһың, күп һорауҙарыңа яуап та табыла.
Шундай кешеләрҙең береһе - булдыҡлы замандашыбыҙ, эшҡыуар Салауат Кинйәбулатов.
Бизнес үҙе үк ныҡышмал һәм маҡсатлыларҙы ярата. Был ҡатмарлы өлкәгә осраҡлы ғына килеп эләгеп булмай, минеңсә. Бар уңыш-уңышһыҙлыҡтарың үҙеңдән генә торған яуаплы эш уяулыҡ һәм үҙеңә ышаныу ҙа талап итә.
Эш башлағанда уҡ үҙенә ышанысы көслө була Салауат Хәлил улының. Шулай булмаһа, илдә киҫкен үҙгәрештәр барған, күптәр баҙап ҡалған ҡатмарлы осорҙа үҙ эшен асырға йөрьәт итә алыр инеме?
Ул йылдарҙа, яңы ғына ғаилә ҡорған йәш кешегә, үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарарға тура килә, әммә бер эштән дә ҡурҡып тормай ул, һәр ҡайһыһын күңел һалып башҡара. Ә шулай ҙа, үҙ эшмәкәрлеген булдырыу уйы көндән-көн көсәйә бара. Уҡыу кәрәк-яраҡтары магазиндары шулай асыла. Ҡалала һәм Күгәрсен районының Мораҡ ауылында урынлашҡан «Карандаш» магазиндары бөгөнгө көндә лә уңышлы ғына эшләй.
Эҙләнеүсән, яңылыҡтарға ынтылыусан холҡо Салауат Хәлил улын үҙен бөтөнләй башҡа өлкәлә - төҙөлөш эшендә - һынап ҡарарға әйҙәй. Хәҙерге көндә байтаҡ объекттарға уның тырышлығы һалынған.
Замандан күпкә алдараҡ атлап, тормоштоң «һулышын» тойоп, киләсәктәге үҙгәрештәрҙе самаларға өйрәнгән егеткә ныҡышмаллыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттар үҙе үҫкән ғаиләлә һалына.
Күгәрсен районының Аҙнағол ауылында Мәрйәм һәм Хәлил Кинйәбулатовтарҙың ишле ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килә ул. Ете генә йәшендә атайһыҙ ҡала. Төпсөк ул - оя төбө, тигән һүҙҙәрҙе иҫендә тотҡанлыҡтан, ауылды ташлап китеү уйы унда бөтөнләй булмай. Әммә яҙмыш ҡушыуылыр, ғаиләле булғас, 1993 йылда йәштәр Мәләүезгә килеп төпләнә. Хәләле Рита ла - Күгәрсен районы ҡыҙы, һөнәре буйынса медсестра. Ике балаға ғүмер бирә Кинйәбулатовтар. Оло улдары ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй, кесеһе әрме сафында хеҙмәт итә.
Эшҡыуар хаҡында һүҙ барғанда күптәр уны бай, етеш тормошта йәшәгән кеше итеп кенә күҙ алдына баҫтыра. Әммә шәхси эш алып барыусының үҙ көн тәртибе, йәшәү ритмы хаҡында уйланғандар һирәктер. Көндө-төнгә ялғап, ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ал-ял белмәй эшләгәндә генә ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшеп була.
Ситтән ҡарағандарға, бәлки, бөтә уңыштар ҙа үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән кеүек тойолалыр, әммә эшен яйға һалғансы Салауат Хәлил улының «боҙло һыуға» ташланған саҡтары күп була. Хәҙер генә уңайлыҡтар заманы, һатып аласаҡ тауарҙы интернет аша ҡарап, хаҡын, сифатын самалау мөмкинлеге бар, ә элек Мәскәү, Силәбе, Екатеринбург, Самара кеүек ҡалаларға тауар алырға сығып киткәнендә, ҡулындағы аҡсаға күпме әйбер тейерен дә, уның базала ни хаҡ торғанын да белмәй юлланған саҡтары күп була. Бында осһоҙға һатып, тегендә күпкә ҡыйбат хаҡҡа алған осраҡтар ҙа була. Хәҙер ҡатмарлы эшҡыуарлыҡ эшенә өйрәтеүсе, уның нескәлектәренә төшөнөргә ярҙам итеүсе коуч-үҙәктәр бар, ә ул йылдарҙа бары тик үҙеңә генә ышанырға тура килә.
Салауат ул саҡтарын хәҙер көлөп иҫкә ала, ғөмүмән, тормошҡа зарланып ултыра торған кеше түгел ул, гел алға ҡарап йәшәй һәм башҡаларҙы ла шуға өндәй. Ауырлыҡҡа зарланып, кемдәндер ниҙер көтөп ултырырға ярамай, ти йүнсел хужа, үҙгәрештәргә әҙер булыуҙы һәм уларҙы аңлап ҡабул итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Алдынғы ҡарашлы замандашым менән аралашҡан саҡта уның ипле баҫалҡылығына иғтибар итәм. Үҙе хаҡында артыҡ һөйләп бармай, башҡалар мәнфәғәтен, яҙмышын ҡайғыртып йәшәгән милләттәшем күп мәсьәләләрҙең сиселешен белә, төплө фекерҙәре менән уртаҡлаша. Аҡса, байлыҡҡа артыҡ иҫе китмәй уның, күңел ҡушыуы буйынса башҡарған эшенән алған табышын изге башланғыстарға юллай. Тыуған ауылы Аҙнағолда мәсет һалыуҙы ла үҙ өҫтөнә ала ул, мөһим сараларға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп тора.
Сит илдәрҙе, ят ҡитғаларҙы күп күрә Салауат Хәлил улы, унда саҡта урындағы халыҡтың йәшәйеше, кәсебе менән ҡыҙыҡһына. Алдынғы ҡарашлы йүнселдәрҙең эшләү ысулдарын өйрәнә, уларҙың тәжрибәһен үҙебеҙҙә ҡулланыу яғын ҡарай. Әммә беҙгә үҙ йолаларыбыҙҙан, булмышыбыҙҙан тайпылырға ярамай, ти ул. Халҡыбыҙ тарихын киләсәк быуындарға еткереү бурысын иҫтә тотоу мөһимлеген дә билдәләй.
Булдыҡлы, рухлы, милләтемдең йөҙөк ҡашы булған замандашым менән аралашҡандан һуң, офоғом киңәйеп киткәндәй булды, тормошҡа ҡарата күп фекерем үҙгәрҙе.
Беҙҙә бит үҙен күрһәтергә тырышып торғандарға күберәк иғтибар итәләр. Арабыҙҙа Салауат Кинйәбулатов кеүек ил, милләт тойғоһон үҙ йөрәгендә һаҡлап йөрөткән, башҡарған ғәмәлдәре хаҡында артыҡ һөйләп бармаған, әммә халҡы өсөн изге эштәр башҡарған йүнселдәр ҙә юҡ түгел.
Читайте нас: