ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
24 Март 2020, 12:53

Киләсәктә республика Башлығы булып китһәм...

Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Был мәҡәл Радик Әминов кеүектәргә тулыһынса тап килә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан бизнес өлкәһендә ярайһы ғына тәжрибә туплап өлгөргән Радик - Мәләүез егете.

Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Был мәҡәл Радик Әминов кеүектәргә тулыһынса тап килә. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан бизнес өлкәһендә ярайһы ғына тәжрибә туплап өлгөргән Радик - Мәләүез егете. Ҡаланың 4-се мәктәбендә, һуңынан механика-технология техникумында (хәҙерге күп профилле һөнәри белем биреү колледжы) механик һөнәренә уҡый, К. Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт технология һәм идаралыҡ университетының Мәләүез филиалын тамамлай.
Студент сағында уҡ ул үҙ көсө менән аҡса табыу, шәхси эш асыу хаҡында хыяллана. Университетта уҡығанда бер ойошмаға водитель булып урынлаша. Шул ваҡытта уға атаһы бик кәрәкле һәм егеттең артабанғы яҙмышын хәл итерҙәй кәңәшен бирә. «Ҡул эшенә тотонорҙан алда баш менән эшләргә өйрән”, - ти Рим ағай. Радик иһә ваҡытында әйтелгән ошо һүҙҙәр өсөн яҡын кешеһенә әле булһа рәхмәтле.
Шулай итеп, 2009 йылда аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары магазины, һуңыраҡ иһә йөк ташыуҙы ойоштороусы «УралТрансСервис» ойошмаһы барлыҡҡа килә. Ул республикала ғына түгел, Себер яҡтарында ла йөк ташыу менән шөғөлләнә. Радиктың ике-өс йылы һыуыҡ тарафтарҙа эшләп үтә. Ул үҙен башҡа төрлө өлкәләрҙә лә һынап өлгөрә.
2017 йылда Мәләүездә эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу үҙәген аса. “Карьера плюс” бөгөн дә уңышлы ғына эшләп килә. Унда ашнаҡсы, оператор, монтажсы, быраулаусы ярҙамсыһы, электр һәм газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе, стропальщик һәм башҡа бик күп һөнәрҙәргә эйә булырға мөмкин. Йылына 300-ләп кеше уҡытып сығарыла.
Эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан холоҡло егеткә төрлө йүнәлештә эшләү оҡшай. Заман һулышын тойоу, унан күпкә алдараҡ барыу һәләте бирелгән Радикка, тап ошо сифаттар эшҡыуарлығын уңышлы алып барырға ярҙам итә. Бизнес үҙе үк уяулыҡ талап иткән өлкә, шуға ла бер генә йүнәлештә эшләү дөрөҫ түгел, тигән фекерҙә йәш эшҡыуар. Үҙеңә генә ышанып башлаған эште алып барыу, ҡул аҫтыңда эшләгәндәр менән яҡшы мөнәсәбәт булдырыу өсөн, тәү сиратта, үҙеңде төрлө яҡлап үҫтереү, камиллашыу ҙа мөһим. Йәш эшҡыуар бизнесҡа ҡағылышлы китаптар уҡый, кинофильмдар ҡарай. Киң ҡарашлы, ирекле һәм башҡаларға ҡарата изге, мәрхәмәтле булырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә ала Радик.
Булдыҡлы замандашҡа үҙ эшеңде асып, бизнес алып барыу өсөн ниҙәр кәрәк, тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. Күңелендә шундай уй, хыял йөрөтөп тә, тәүәкәлләй алмағандар, тора-бара ҡуйған маҡсатынан сигенгәндәр ҙә юҡ түгел.
- Күңелеңде тыңлап, бары тик үҙеңә оҡшаған эшкә генә тотонорға кәрәк, - ти Радик Рим улы. - Һәр кем үҙ һөнәренең оҫтаһы булып уңыштарға өлгәшә ала. Иң мөһиме, яныңда һиңә ышанған кешеләр булыу фарыз, ти. Йәш эшҡыуар үҙе был йәһәттән бәхетле. Янында тәүге аҙымдарын яһарға ярҙам иткән ата-әсәһе, аңлап, уны һәр эшкә дәртләндереп торған ҡатыны Элеонора, йәшәү мәғәнәһе булған балалары бар.
«Ҡатын кеше иренең иркен сикләп, шик-шөбһә белдереп, уның бәҫен төшөрөп торһа, көслө зат бер ниндәй уңышҡа ла өлгәшмәйәсәк», - ти Радик. Кәрәк саҡта ҡанат ҡуйып, үҙенә терәк-таяныс булған кәләшенә рәхмәтле ул.
Туранан-тура кеше яҙмышына бәйле эшмәкәрлек алып барған егет эшенән табыш ҡына түгел, ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек тә ала. Төрлө сәбәптәр арҡаһында эшһеҙ ҡалғандар, уның үҙәге аша башҡа һөнәр үҙләштереп, эш таба, тормошон үҙгәртә икән, ошо үҙе үк һөйөнөс түгелме?
Киләсәктә ул кадрҙар үҙәге асыу хаҡында ла хыяллана. Үҙәктә уҡып сыҡҡандарҙы эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Тәүәккәл замандаш үҙен кешеләргә кәрәкле итеп тойоуҙан кинәнес алып йәшәй. Ул - Башҡортостан Республикаһының “Яугир” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының вәкиле. Ул киләсәк быуында илһөйәрлек, спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә ҡағылышлы байтаҡ эш башҡара. Балалар ҡатнашлығында ойошторолған сараларҙы уҙғарыу өсөн йыш ҡына спонсорлыҡ ярҙамы ла күрһәтә йәш эшҡыуар. Киләсәктә ҡарттар йортона ла ярҙам күрһәтмәксе.
Халҡыбыҙ яҙмышына, уның киләсәгенә лә битараф түгел ул, милләттәштәренә ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша, тарихын яҡшы белгән, үҙ телендә иркен һөйләшкәндәргә һоҡланып ҡарай.
Ҡалала үҫкәс, башҡорт телен яҡшы белмәһә лә, киләсәктә үҙ телен камил өйрәнеренә ныҡлы ышаныс белдерә. «Кем белә, киләсәктә республика Башлығы булып китһәм, туған телдә һөйләшеү мотлаҡ, милләттәштәрем менән тик үҙ телемдә генә аралашасаҡмын», - ти Радик Аминов. Йәш кешенең уйын-көлкө менән әйткән был һүҙе киләсәктә ысынға ашмаҫ тимә, сөнки донъя тап уның ише ҡыйыу, булдыҡлы һәм үҙ һүҙенә тоғро ҡала белгән көслө заттар ҡулында.
Читайте нас: