ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Апрель 2020, 18:00

Тормош менән килешеп йәшәй

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тиҙәр уның кеүектәр хаҡында. Уңғанлығы, бөтмөрлөгө менән алдырған, бар эште лә еренә еткереп башҡарған, ауырлыҡтарҙы һис зарланыуһыҙ йырып сыға белгән гүзәл заттарға ҡарата әйтелгән был һүҙҙәр.

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тиҙәр уның кеүектәр хаҡында. Уңғанлығы, бөтмөрлөгө менән алдырған, бар эште лә еренә еткереп башҡарған, ауырлыҡтарҙы һис зарланыуһыҙ йырып сыға белгән гүзәл заттарға ҡарата әйтелгән был һүҙҙәр.
Әйтһә, өҙөп әйтеп, эшләһә емертеп эшләп, донъяһын сынъяһау итеп тотҡан, янындағыларға йөрәк йылыһын биреп йәшәгән шундай ҡатындарҙың береһе - Зөһрә Күсәрбаева.
Ул 1958 йылда Бөрйән районының Үрге Нөгөш ауылында Зәкирә һәм Әҡсән Иҫәнамановтарҙың 12 балалы ишле ғаиләһендә тыуа.
Бала сағынан спортҡа ылыҡҡан ҡыҙ Маяҡ мәктәп-интернатында, Күмертау педагогия училищеһының физкультура бүлегендә уҡый.
Аҙаҡ йүнәлтмә буйынса Бөрйән районының Ырғыҙлы мәктәбенә эшкә ебәрелә.
- Ул мәктәпкә уҡытырға килгәндә, буш спортзалдан башҡа бер ни юҡ ине. Эште залды ремонтлауҙан, спорт кәрәк-яраҡтары һатып алыуҙан башлап киттем. Оҙаҡламай уҡыусылар менән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, алдынғы урындар ала башланыҡ, - тип хәтерләй ул йылдарын Зөһрә Әҡсән ҡыҙы.
Буласаҡ тормош иптәшен дә тап Ырғыҙлыла эшләгән саҡта осрата ул. Йәштәр өйләнешкәс, Ҡаҙағстанға сығып китә. Унда өс йыл йәшәгәндән һуң, сит яҡтарҙы үҙһенмәй, ғаилә Мәләүезгә ҡайтып төпләнә.
Зөһрә Әҡсән ҡыҙы ғүмеренең байтаҡ өлөшөн балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышлай. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, эшен башҡа өлкә менән бәйләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, донъя хәлдәре һин теләгәнсә генә бармай. Зөһрә апайға ла балаларын яңғыҙына аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Ҡатын кешегә, тормоштоң бар ауырлығын үҙ иңенә алып, сабыйҙары өсөн әсәй ҙә, атай ҙа булып йәшәү еңел булмай. Ә ул юҡлыҡ заманда өс баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс, сабырлыҡ талап ителгәнен ул, моғайын, үҙе генә беләлер.
- Бер ваҡытта ла ситтән ярҙам көтөп ултырманым. Бары тик үҙемә генә ышандым, - ти Зөһрә апай.
Балаларын бына тигән кешеләр итеп үҫтереүгә ирешә ул. Улдары Рөстәм менән Радмир етмеш төрлө һөнәргә эйә егеттәр, ирҙәр белергә тейеш барлыҡ эштәрҙе лә башҡара. Ҡыҙы Рената иһә оҫта тегенсе. Улар барыһы ла үҙ тормоштары менән йәшәй, матур итеп донъя көтә, балалар тәрбиәләй.
Зөһрә Әҡсән ҡыҙы - ҡул эше оҫтаһы. «Әсәнән күргән - тун бескән” тигән һүҙҙәр тап уның кеүектәр хаҡында әйтелгән.
- Әсәйем оҫта тегенсе ине. Бөтә ауыл халҡы унан кейем тектереп кейҙе. Мин беренсегә уҡырға барған йылды тотош класыбыҙ ҡыҙҙарына аҡ алъяпҡыстар теккәне хәтеремдә, - тип иҫкә ала ул яҡын кешеһен.
Унан үҙләштергән был һөнәр тормошта бик ярап ҡала Зөһрә апайға. Ҡулы эш белгәс, магазинда әйбер юҡ заманда ла ул бер ҙә аптырап тормай, балаларына бөтә кейемде үҙе тегеп, бәйләп кейҙерә.
Әле лә уның өйөн бәйләнгән ашъяулыҡ, салфетка, күҙҙең яуын алып ултырған төрлө сәскә, ултырғыс япмалары биҙәй. Бер әйберҙе лә әрәм итмәй, хатта иҫке кейемдәрҙән дә бына тигән ҡорама келәмдәр тегеп ҡуя. Күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен яҡындарына бүләк итергә ярата.
Байтаҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, балаларын уҡытып, тормош юлына сығарғас, Зөһрә апай яҙмышын Ғайса ағай менән бәйләй. Бөгөн улар Ҡаран ауылында гөрләтеп донъя көтә: баҡса үҫтерә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ике яҡтың да балаларын тигеҙ күреп, терәк-таяныс булып йәшәй. Уларҙың сынъяһау донъяһына килеп инеү менән күңелгә рәхәтлек, тыныслыҡ яғыла. Тәҙрә төбөндә шау сәскәгә күмелгән гөлдәр айырым бер зауыҡ менән йыйыштырылған йортҡа йәм өҫтәй. Өйҙәге тәртип хужаларҙың уңғанлығы, тырышлығы хаҡында һөйләй.
Янымда үҙенең ихласлығы, ябайлығы менән арбап ултырған әңгәмәсем менән һөйләшкәндә, донъялар түңәрәкләнеп китә, күңелде ҡырып торған бар ваҡлыҡтар төҫһөҙләнеп ҡалғандай тойола. Тормошонан ҡәнәғәт икәнен тойһам да, уның бәхетле, балҡышлы булмышының сере ниҙә икәнен белгем килеп, Зөһрә Әҡсән ҡыҙынан күңел бөтөнлөгөнә ирешеү юлдары хаҡында һорамай булдыра алманым. Баҡһаң, ул әллә ни ҡатмарлы ла түгел икән. Бының өсөн бары тик тормош менән бер тулҡында булып, килешеп йәшәү ҙә етә.
Читайте нас: