Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Июнь 2020, 11:53

Хыялдан башланған юл

Әлеге яһалмалыҡ, әрһеҙлек кеүек кире күренештәр хөкөм һөргән заманда, ҡайһы берәүҙәр үҙен, әллә ни әһәмиәткә эйә булмаған эшен күрһәтергә тырышып торғанда, ябай, асыҡ күңелле, эскерһеҙ кешеләрҙе осратыу үҙе бер таҙа һулыш кеүек.Һеҙҙе таныштырасаҡ геройым булдыҡлы яҡташыбыҙ, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир УРАЗИНБӘТОВ.

Әлеге яһалмалыҡ, әрһеҙлек кеүек кире күренештәр хөкөм һөргән заманда, ҡайһы берәүҙәр үҙен, әллә ни әһәмиәткә эйә булмаған эшен күрһәтергә тырышып торғанда, ябай, асыҡ күңелле, эскерһеҙ кешеләрҙе осратыу үҙе бер таҙа һулыш кеүек.
Һеҙҙе таныштырасаҡ геройым булдыҡлы яҡташыбыҙ, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов.
Ҡотош ауылында тыуған егет «Үҙ өҫтөңдәге яуаплылыҡты башҡалар иңенә һалырға ярамай» тигән һүҙҙәрҙе күптән тормош девизы итеп алған. Ул Фәүриә һәм Ибраһим Уразинбетовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә тәрбиәләнгән. Ауыл мәктәбендә туғыҙ класс тамамлағас, Өфөнөң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһында белем ала. Күмертау авиация техникумын, ситтән тороп Өфө авиация университетының Күмертау филиалын тамамлай. Хеҙмәт юлын ҡала дауаханаһында энергетика бүлеге етәксеһе булып башлай. Ил алдындағы бурысын Дағстан республикаһында үтәп ҡайта. Әрменән һуң Рәсәй тимер юлы селтәрендә 13 йыл электромеханик була. 2019 йылдың сентябренән Мәләүез ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.
Илмир менән әңгәмәләшкән саҡта был тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер тапҡыр инандым. Һөйләшеү барышында уның бала саҡ хыялдарына әйләнеп ҡайтҡас: «Рәсәй Президенты булырға хыялландым», - тине ул көлөп. Ни өсөн ябай ауыл малайы, үҙ тиҫтерҙәре кеүек осоусы, космонавт түгел, ә ил Башлығы булырға теләгән? Рәсәй дәүләте менән идара итеү өсөн түгел, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, еңеләйтеү һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы закондар уйлап табыу хаҡында хыяллана ул. Ил Президенты уҡ булмаһа ла, уның әлеге эшмәкәрлеге халыҡтың йәшәйеше менән туранан-тура бәйле. Хакимиәт башлығының башҡарған һәр эше күҙ алдында булһа, шул уҡ ваҡытта иғтибарҙан ситтә ҡалғандары ла бихисап. Бигерәк тә ауыл еренең ваҡ мәшәҡәте менән бергә хәл итәһе мөһим мәсьәләләренең дә бөтөп торғаны юҡ. Туҡталыштар урынлаштырыу, сүп-сар майҙансыҡтары булдырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, ағас ултыртыу, бесәнлек бүлеү, ҡышын юлдарҙы таҙартыу, тирә-яҡты тәртиптә тотоу, өмәләр ойоштороу... Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Уларынан тыш, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү, төрлө аңлашылмаусанлыҡтарға юл ҡуймау, килеп тыуған низағтарҙы ыңғай көйләү кеүек күренештәр ҙә урап үтмәй хакимиәт башлығын. Илмир Ибраһим улы менән әңгәмәләшкәндә, дилбегәне йыш ҡына уның вазифаһы, башҡарған эштәре яғына тартһам да, ул бик тыйнаҡ һәм ипле кеше булараҡ, һүҙҙе күберәк тормоштоң үҙенә, мәңгелек ҡиммәттәргә йүнәлтә.
Етәксе булараҡ, ул яңынан-яңы идеялар менән янһа, кеше булараҡ, уны йәшәйешкә ҡағылышлы бар мәсьәлә лә борсой. Ауылдарҙағы эшһеҙлеккә битараф ҡала алмай, шуға ла үҙ эшен асырға теләгәндәргә ҡуш ҡуллап ярҙам итергә әҙер. Һуңғы йылдарҙа күпләп барлыҡҡа килгән, тирә-яҡты йәмһеҙләп ятҡан сүп-сар өйөмдәренә лә тыныс ҡарай алмай ул, үҙ биләмәһендәге ауылдарҙы тәртиптә тотоу өсөн бар көсөн һала.
Уның ҡарамағында барлығы ун ауыл. Уларҙың һәр ҡайһыһы етәксе кешенән иғтибар, ярҙам көтә. Әңгәмә барышында ла телефоны шылтыратыуҙар ҡабул итеүҙән туҡтаманы. Ул һис зарланыуһыҙ үҙенә мөрәжәғәт иткәндәрҙе тыңлай, кәңәшен бирә, килеп тыуған мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтә. Үҙе әйтмәһә лә, белеп торам: кеше хәҙер еңел тормошҡа өйрәнде, үҙе башҡара алғанды ла эшләмәй, һәр ваҡыт ситтән ярҙам көтә. Шылтыратыусыларҙың үҙҙәре лә хәл итә алырлыҡ, юҡ ҡына һорауҙар менән борсоғанын аңлап торғанлыҡтан, етәксе кешегә «нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ», тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым. Баҡһаң, ул эшен бар күңелен һалып башҡара һәм өҫтөндәге яуаплылыҡты бүтәндәргә тапшырып өйрәнмәгән икән. Ваҡытты ла дөрөҫ бүлә белә.
Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, бар ваҡытын эштә үткәргән иң тынғыһыҙ етәксенең дә ял минуттары булалыр, тип, Илмирҙан шөғөлдәре, ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һорашам. Һирәк кенә эләккән ялында ул ҡурайҙа уйнап, китап уҡып, күңелен рухи яҡтан байыта икән.
Атаһы Ибраһим Әмирғәли улы һәм әсәһе Фәүриә Зәки ҡыҙы үҙ балаларын намыҫлы, ғәҙел итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған була. «Беҙҙең ғаиләлә иң тәүге урында тәртип һәм намыҫ ине», ти әңгәмәсем. Тыуып үҫкән ғаиләлә алған тәрбиәне ул үҙ ғаиләһенә лә һалырға тырыша. Ҡатыны Рита Ришат ҡыҙы менән Әлфиә һәм Илназ исемле ике бала тәрбиәләйҙәр. Кескәйҙәр йыр-моңға битараф түгел, икеһе лә йырлай.
Был тормошта һәр кемдең үҙ юлы, тәғәйенләнеше бар. «Булмышың менән килешеп йәшәү өсөн һәр хәл-ваҡиғаны дөрөҫ ҡабул итә белеү фарыз, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы кешегә тәжрибә, һабаҡ бирә, йәшәргә өйрәтә», - ти булдыҡлы яҡташыбыҙ. Уның был һүҙҙәренә, һәм мотлаҡ үҙ хыялдарыңа тоғро ҡалыу кәрәк, тип тә өҫтәр инем. Бала сағынан тормошто йәмләп, башҡалар мәнфәғәтен ҡайғыртып, әйләнә-тирәһендәгеләргә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәүҙе маҡсат итеп алған замандашымдың алда башҡараһы изге эштәре, яҡшы ғәмәлдәре күп булһын.
Читайте нас: