ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
11 Июнь 2020, 14:08

Донъяның ҡояшлы яғында йәшәй ул

Донъяны гөл иткән дә, көл иткән дә ҡатын-ҡыҙ. Әйләнә-тирәһендә матурлыҡ тыуҙырыу, тормошҡа ҡот, нур биреүсе лә ул. Ҡулдарынан гөл тамған шундай гүзәл заттарҙың береһе - яҡташыбыҙ Зөлфиә Асҡарова.

Донъяны гөл иткән дә, көл иткән дә ҡатын-ҡыҙ. Әйләнә-тирәһендә матурлыҡ тыуҙырыу, тормошҡа ҡот, нур биреүсе лә ул. Ҡулдарынан гөл тамған шундай гүзәл заттарҙың береһе - яҡташыбыҙ Зөлфиә Асҡарова.
Мәләүез ҡыҙының тормош юлы башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмай ҙа кеүек. Мәктәп, техникум тамамлағандан һуң Мәскәү дәүләт идаралыҡ һәм технология университетында иҡтисадсыға уҡып сыға. Алған һөнәре буйынса байтаҡ урындарҙа эшләп өлгөрә ул. Әммә күңеле һәр ваҡыт ижадҡа тартыла. «Үҙемде белә-белгәндән нимәлер әүәләй, тегә, сигә, бәйләй инем», - ти Зөлфиә. Ҡул эштәренә һөйөү уға әсәһе Фаягөл апайҙан килә. Ҡыҙ сәйлән менән картиналар сигеү, тегеү, скрапбукинг һәм башҡа төр эштәр менән шөғөлләнә. Тәүге теккән уйынсыҡтарын таныштарына, дуҫтарына бүләк итә. Шунан башлап оҫта ҡуллы ҡыҙға башҡалар ҙа мөрәжәғәт итә башлай, яйлап заказдар йыйыла. Башта уларҙың ышанысын аҡлай алмауҙан ҡурҡһа, бейеүсе бейей-бейей оҫтара, тигәндәй, тора-бара Зөлфиә лә уйынсыҡтар, төрлө сувенирҙар тегеүҙә ярайһы оҫтарып ала. Үҙенең эштәрен ул ҡалала уҙған төрлө байрам сараларында һата. Интернет, почта аша башҡа тарафтарға ла ебәрә. Яҡын-тирә район һәм ҡалаларҙа уҙған күргәҙмәләргә, фестивалдәргә лә саҡырып торалар уны.
Зөлфиәнең асыҡ күңелле, алсаҡ, ихлас кеше булыуы үҙенсәлекле эштәрендә лә сағылыш таба. Уның «Ғәфү ит мине!», «Һағындым...», «Беҙ икебеҙ - бер бөтөн», «Тормош матур!», «Асыуланма...» һәм башҡа төрлө яҙыуҙар менән биҙәлгән уйынсыҡтарын күреү менән кәйеф күтәрелә, үҙең дә һиҙмәҫтән йылмайып ҡуяһың.
Беҙ, кешеләр, күп осраҡта бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәр әйтеүҙән, хис-тойғоларыбыҙҙы белдереүҙән тартынабыҙ. Йә ғорурлыҡ ҡушмай, йә ҡыйыулыҡ етмәй ҡалған осраҡтар ҙа була тормошта. Тап шундай саҡтарҙа әйтелмәй ҡалған һүҙҙәреңде еткереүҙә Зөлфиәнең уйынсыҡ-сувенирҙары ярҙамға килә. Улар араһында һәр кем үҙенә генә тәғәйенен таба ала. Яҡын кешеңдең үҙеңә булған мөнәсәбәтен, тойғоларын аңлай алмай йөрөгән саҡтарҙа өҫтәлеңдә ул ҡалдырған «Мин һине яратам!» тигән яҙыулы, йылмайып торған уйынсыҡ тапһаң, аралағы аңлашылмаусанлыҡ ҡына түгел, тотош яҙмышың хәл ителеүе ихтимал.
Кешеләргә бәхет, яҡшы кәйеф бүләк итеү оҡшай оҫтабикәгә. Ул үҙе лә донъяның ҡояшлы яғында йәшәргә ярата. Ижад кешеһе ниндәйҙер ҡалыптарға, сиктәргә яраҡлашып йәшәй алмай, ирекле булыуҙы хуп күрә. Зөлфиәгә сәйәхәт итеү, яңы урындарҙа, сит илдәрҙә булыу оҡшай. Ундағы халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнә. «Ижад иткәндә, үҙемде тулыһынса ирекле тоям, күңелемде һалып башҡарған эшем миңә кинәнес бирә», - ти ул. Сабырлыҡ, ныҡышмаллыҡ талап иткән шөғөлдә үҙен тапҡан оҫта ҡуллы Зөлфиә киләсәккә әллә ни ҙур пландар, хыялдар менән янмай, әйләнә-тирәһендәгеләргә йылмайыу, яҡшы кәйеф бүләк итеү нығыраҡ оҡшай уға. Иң төп маҡсаты иһә кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайтыу һәм бәхетле итеү.
Читайте нас: