ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
17 Июнь 2020, 17:10

Һөйөп бағам күҙҙәреңә

Ваҡыт бер кемде лә аямай. Балаларын биләүҙәргә биләп, бишектәрҙә бәүетеп үҫтергән әсәйем дә ҡартайҙы. Сырыш баҫҡан йөҙөнә, арыған күҙҙәренә яратып бағып, ауыр осорҙа барлыҡ эштәрҙе башҡарған, ҡан тамырҙары бүртеп сыҡҡан ҡулдарын һыйпайым. Әҙәм балаһына олоғая бара бала холҡо инеүен күреп күңел болоҡһой... Бауыр аҫтында йөрөткән һәр ғәзизен аяҡҡа баҫтырып, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ярҙам иткән, хәҙер индеүҙәре балаларының ярҙамына мохтаж әсәйҙәрен ҡарағандарға оло сауап булһын. Арыҫлан ауылында йәшәгән 90 йәшлек тыл ветераны Зөләйха инәй, уның менән йәшәгән ҡыҙы Зәлифә апай Таштимеровалар тураһында яҙырға булғас, әсәйемде иҫкә төшөрмәй булдыра алманым.

Ваҡыт бер кемде лә аямай. Балаларын биләүҙәргә биләп, бишектәрҙә бәүетеп үҫтергән әсәйем дә ҡартайҙы. Сырыш баҫҡан йөҙөнә, арыған күҙҙәренә яратып бағып, ауыр осорҙа барлыҡ эштәрҙе башҡарған, ҡан тамырҙары бүртеп сыҡҡан ҡулдарын һыйпайым. Әҙәм балаһына олоғая бара бала холҡо инеүен күреп күңел болоҡһой...
Бауыр аҫтында йөрөткән һәр ғәзизен аяҡҡа баҫтырып, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашырға ярҙам иткән, хәҙер индеүҙәре балаларының ярҙамына мохтаж әсәйҙәрен ҡарағандарға оло сауап булһын. Арыҫлан ауылында йәшәгән 90 йәшлек тыл ветераны Зөләйха инәй, уның менән йәшәгән ҡыҙы Зәлифә апай Таштимеровалар тураһында яҙырға булғас, әсәйемде иҫкә төшөрмәй булдыра алманым.
Йорттоң ишек алдынан уҡ егәрле кешеләр йәшәгәне күренеп тора, һоҡланыуымды йәшермәйем: бар ерҙә таҙалыҡ, һәр әйбер үҙ урынында ята. Өлтөрәп йөрөп беҙҙе ҡаршы алған Зәлифә апай ҡартайған инәйҙең яулығын төҙәтеп ҡуйырға ла, беҙҙең менән арлашырға ла өлгөрә. Инәй Һабаш ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Рәис Әхмәтгәрәй улы һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайта, колхоз рәйесе, хисапсы булып эшләгән.
Зөләйха инәй үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнгән. Ете класс белем алған. Һуғыш йылдарынан алып, үҫмер саҡтан эшләмәгән эше ҡалмаған. 21 йәштә Арыҫлан ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡанда, донъя көтөүҙең бар рәт-сиратын белә: үгәй әсәй уны эшкә ныҡлы өйрәтә. “Утын ярҙырмаһаң, урманға йөрөтмәһәң генә, ҡыҙымды һиңә тормошҡа бирәм”, -ти ул нәҙер итеп буласаҡ ярлы-йәтим кейәүенә. Өйләнешеп йәшәй биргәс, уларҙың иҫке генә өйө емерелгән дә төшкән. “Нимәгә илап ултырырға, селек, тал сыбығы алып кил, иҙмә менән һылайбыҙ ҙа ҡуябыҙ уны, тип көлөп һөйләй торғайны әсәйем”, - ти Зәлифә апай.
Һигеҙ балаға ғүмер бирә улар. Ауыл халҡына өлгө булырлыҡ итеп донъя көтәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Иҙрис улын мәрхүм булып ҡала, 86 йәшендә бабайы баҡыйлыҡҡа күсә, яңыраҡ Мөҙәрисен ерләгән Зөләйха инәй. Быларҙы кисерергә, бәлки, Аллаһы тәғәлә үҙе ярҙам иткәндер, йөҙҙө ҡыуған әсә йөрәгенә, юҡһа һуңғы юғалтыуҙы кисерер ине?
Ике күҙе лә күрмәгән инәйгә ҡарты менән һалған йорттоң һәр мөйөшө, һәр иҙән таҡтаһы яҡын: үҙе бүлмәнән-бүлмәгә иркен йөрөй, күҙ теймәһен, шуныһына ҡыуана Зәлифә апай. Башҡа туғандары ла килеп инәйҙең хәлен белеп, ярҙам итеп тора, хәстәренән айырмай. Тик бер нәмә генә өйкәй уның күңелен: тыл ветерандарына бирелә торған түләүҙе юллап ала алмағандар. Ҡасандыр үҙ эшенә вайымһыҙ ҡарағандар арҡаһында ҡуйған кәртәләрҙе үтеүе ауыр шул. Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән осорҙа тыл хеҙмәтсәндәренә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алһалар, әлбиттә, бик яҡшы булыр ине. Ҡартайған әсәйҙәрҙе ҡараған апайҙарҙың былай ҙа күңеле нескә, шуға ла мөмкин булған ҡәҙәре уларға иғтибарлы булыр кәрәк.
Читайте нас: