ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
22 Июнь 2020, 11:30

Төп байлығыбыҙ - һаулығыбыҙ - улар ҡулында

Июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙә, яҡындарыбыҙҙа иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлылар үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Улар араһында үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы врачы Ришат Рәжәп улы Юлбарисов та бар. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы районда ғына түгел, республикала билдәле хирург-травматолог менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙә, яҡындарыбыҙҙа иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлылар үҙенең һөнәри байрамын билдәләй. Улар араһында үҙәк район дауаханаһының юғары категориялы врачы Ришат Рәжәп улы Юлбарисов та бар. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы районда ғына түгел, республикала билдәле хирург-травматолог менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
- Ришат Рәжәп улы, һеҙ ҡайһы ваҡытта врач булырға хәл иттегеҙ? Медицина институтына бала саҡ хыялымы, әллә ғаилә династияһын дауам итеү теләге алып барҙымы?
- Күберәк ғаилә династияһын дауам итеү теләгелер, тип уйлайым. Атайым 43 йыл Көйөргәҙе районы Мораптал участка дауаханаһы баш врачы булып эшләне. Әсәйем дә - һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. Яҡын туғандарым араһында медицина өлкәһендә фиҙаҡәрлек күрһәткәндәр байтаҡ. Һылыуым - медсестра, ҡустымдың балалары ла ошо юлдан китте.
- Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үлемгә килтергән сәбәптәр араһында беренсе урында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, икенселә - яман шеш һәм өсөнсө урында - йәрәхәтләнеү. Һеҙ, тимәк, медицинаның ҡатмарлы тармаҡтарының береһе травмотология буйынса эшләйһегеҙ.
- Эйе, травмотолог - йылдан-йыл һорау менән файҙаланған һөнәр. Бөгөнгө етеҙ үҙгәреүсән фәнни-техник прогресс кешелек донъяһына йәрәхәттең яңынан-яңы төрө килтереүе мәғлүм. Аҙ хәрәкәтсәнлек, көнө буйы компьютер артында эшләү, ярымфабрикаттар менән туҡланыу, зарарлы ғәҙәттәр һөйәктең ныҡлығына кире йоғонто яһай. Шуға ла ул тиҙ һына. Быларҙың барыһы ла травмотологтарҙың эш фронтын арттыра.
- Эшегеҙҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләгеҙ әле. Көн һайын нимә менән осрашырға тура килә?
- Башҡа медицина хеҙмәткәрҙәре кеүек үк миңә лә көн һайын өмөт бағлап килгән тиҫтәләгән ауырыу менән осрашырға тура килә. Кешенең төп байлығын - уның һаулығын, ғүмерен һаҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән һәм ошо бурысты намыҫ менән үтәргә тырышам.
- Башҡа өлкәләр һымаҡ һаулыҡ һаҡлау системаһы ла һәр ваҡыт үҙгәреш кисерә. Бынан егерме ике йыл элек һеҙ эш башлағандағы медицина һәм бөгөнгө дауалау ысулдары араһында айырма бармы?
- Әлбиттә! Технологиялар ҙа, дауалау алымдары ла, ҡорамалдар ҙа даими үҙгәреп тора. Илдә, республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү һәр ваҡыт социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәренең береһе булды. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙең мөһим проблемаларын хәл итергә булышлыҡ иткән киң маҡсатлы программалар ғәмәлгә ашырыла. Тармаҡтың финанс тәьмин ителеше йылдан-йыл үҫә, медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу кимәле лә бермә-бер күтәрелә. Заманса технологиялар эште күпкә еңеләйтте. Ҡатмарлы ауырыуҙы бер-ике сәғәттә компьютер томографияһы үткәреп, электрон юл менән Өфөләге белгестәргә күрһәтәбеҙ һәм телефон аша консультация алып, дауалай башлайбыҙ. Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, медицинаның сифатына ыңғай йоғонто яһай. Операцияның малоинвазив технологияһы, йәғни киҫмәй генә эшләү алымын ҡулланған осраҡта пациенттар өсөнсө көнөнә дауахананан ҡайтып та китә.
- Үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, йәрәхәтләнеү - үлемгә килтергән сәбәптәрҙең береһе. Улар һаны, төрө буйынса миҙгелгә бәйлеме?
- Һаны буйынса - аҙнаһына 5-10 планлы һәм шул сама ашығыс операция эшләргә тура килә. Ә төркөмләүгә килгәндә яҙғы-ҡышҡы тайғаҡ осорҙа башлыса ҡулдарын, яурындарын һындырып килгәндәр һаны арта. Йәй көнө иһә һыу ингәндә, ремонт, төҙөлөш эштәрендә зыян күреүселәр күбәйә.
- Кемдәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләйһегеҙ?
- Медсестралар - беҙҙең уң ҡул. Операцияның уңышлылығында уларҙың роле бик мөһим. Шулай уҡ санитаркаларһыҙ бик ҡыйын булыр ине. Анестезиологтар, ортопедтар менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ.
- Ял иткәндә, отпускы ваҡытында ярҙам күрһәтергә тура килгәне бармы?
- Ысын врач һәр ваҡыт биргән антына һәм бурысына тоғро ҡалырға тейеш.
- Эшегеҙҙә иң ҡатмарлыһы нимә?
- Иң ауыры - башҡа өлкәләрҙәге кеүек кәрәкме-кәрәкмәгәнме отчет, яҙыуҙарҙың күплеге тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Был ауырыуҙарға бүленгән ваҡытты ҡыҫҡарта. Һуңғы осорҙа сирлеләрҙе дауалауға бер ниндәй ҡағылышы булмаған юҡ-бар хаталарға тиклем иғтибар бирелә башланы. Шулай уҡ пациенттарҙың, бигерәк тә йәштәрҙең саҡ ҡына ла түҙемлеге етмәүе, врачтарға ҡарата ихтирамы кәмеүе күңелде ҡыра.
- Яҡшы врач булыр өсөн нимә кәрәк?
- Дауалау уңышы һөнәрилек, белем һәм тәжрибә менән генә түгел, кешелеклек менән дә билдәләнә.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, именлек, балалар изгелеге һәм оҫта ҡулығыҙ, изге йөрәгегеҙ өсөн рәхмәтле пациенттар теләйбеҙ.
- Форсаттан файҙаланып, мин дә хеҙмәттәштәремде ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, халыҡ һаулығын һаҡлау эшендә яңы ҡаҙаныштар теләйем.
Читайте нас: