ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
22 Июнь 2020, 14:15

Тормошҡа ғашиҡ кеше

Яңынан-яңы белем йәки шөғөл үҙләштереүгә ынтылған, яулаған уңыштарында туҡталмай, һәр ваҡыт алға ҡарап йәшәгән кешеләр миндә һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Эльвира Мусина ла - шундайҙарҙың береһе.

Яңынан-яңы белем йәки шөғөл үҙләштереүгә ынтылған, яулаған уңыштарында туҡталмай, һәр ваҡыт алға ҡарап йәшәгән кешеләр миндә һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Эльвира Мусина ла - шундайҙарҙың береһе.
Эльвира Әнүр ҡыҙы - районда ғына түгел, республика кимәлендә ойошторолған турнирҙарҙа төбәк намыҫын яҡлаған шахматсы. Сатраш уйынын 2010 йылда үҙ теләге менән өйрәнгән. “Һуғыш балалары” ойошмаһы етәксеһе Николай Бедняковтың да роле бик ҙур. Тап ул бынан байтаҡ йылдар элек яҡташыбыҙҙа яңы шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятҡан да инде.
- Тәүҙә шахмат тураһында китаптар алып уҡыным. Тиҙҙән белгәнемде ғәмәлдә ҡулланыр өсөн уйнарға кәрәклеген аңланым, шуға күрә төрлө ярыштарҙа ҡатнаша башланым. Юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү еңел булманы, әлбиттә. Бөгөнгө уңыштарыма, һәр спортсы кеүек, еңелеү, һынау, ныҡышмаллыҡ, ихтыяр көсө һәм тәжрибә аша килдем, - ти мәҡәләм геройы.
Эльвира Мусина - төрлө яҡлап үҫешкән шәхес. Сәс тә ҡырҡа белә, күңел асыу сараларын да бына тигән ойошорорға һәләтле. 1-се гимназияны тамамлағандан һуң, парикмахер һөнәрен үҙләштергән. Аҙаҡ Түбәнге Новгородта ял-мәҙәни эшмәкәрлек менеджер-режиссерына уҡыған. Хеҙмәт юлы тыуған ҡалаһының 8-се мәктәбендә башлана. Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто директоры дилбегәһен дә тарта. Яҙмыш еле ҡайҙа ғына йөрөтһә лә, Эльвира эшенә лә, хеҙмәттәштәренә лә күңел йылыһын биреп, үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара.
Тик үҙ аллы тормошҡа ныҡлы аяҡҡа баҫып, тырышып эшләп кенә йөрөгән мәлендә уның ҡаты сиргә дусар булыуы асыҡлана. Һәр ваҡыт камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылған Эльвира Әнүр ҡыҙы был яҙмыш һынауын лайыҡлы ҡабул итергә көс таба. Яҡын кешеләренең, дуҫтарының, фекерҙәштәренең аңлауын, терәген тойоуҙан дәрт алып, бөгөн үҙенә насип һуҡмаҡтан барыуын дауам итә.
Уның шөғөлө бик күп. Йыл миҙгеленә бәйле, мауығыуҙары ла үҙгәреп тора. Ҡышын шахмат уйнай, ярыштарҙа, ғөмүмән, инвалидтар ойошмаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ҡул эштәре лә матур килеп сыға уның. Китапҡа ҡарап, ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнгән. Кроссворд сисергә ярата, дөрөҫ яуаптары өсөн бүләкләнгән осраҡтары ла бар хатта. Йәйен иһә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә һәм ҙур уңыш ала. Нимәгә тотонһа ла, эше уңыуын уны белгәндәр ҙә билдәләй. Ойошма рәйесе урынбаҫары Миләүшә Ишбулатова әйтеүенсә, киң күңелле, ярҙамсыл, ғәҙел, ышанып тапшырылған бурысҡа ҙур яуаплылыҡ менән ҡарауы менән хөрмәт ҡаҙана.
Эльвира Әнүр ҡыҙы үҙе лә кешеләрҙәге ошо сифаттарҙы юғары баһалай.
  • Тәбиғәттәге бөтә тереклек ҡояш йылыһына мохтаж булған кеүек, кешенең дә яҡындарының күңел йылыһына ихтыяжы ҙур. Шуға күрә яҡшы мөнәсәбәтте, матур һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк, тормошобоҙ шуның менән гүзәл бит, - ти ул.
  • Читайте нас: